RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

09.09.2016 «Сәләм, студент!»

«Сәләм, студент!»«Юлдаш» радиоһы – 15 йыл эфирҙа. Ошо ваҡыт арауығында FM – 105.5 тулҡындарында ниндәй генә тапшырыуҙар үтмәне, ниндәй генә проекттар тыңлаусыға еткерелмәне! Быйыл да яңы миҙгелдән яңы тапшырыуҙар, матур йырҙар үҙ тыңлаусыһын һөйөндөрә. Ә «Сәләм, студент!» – коллективтың йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашыуын иҫбатлаусы дәлил. Быйыл да ул Өфөнөң Киров районы хакимиәте менән берлектә уҙғарылды.

Ни өсөн «Юлдаш» радиоһы йыл да үткәргән «Сәләм, студент!» байрамы һәр саҡ унар меңләп тамашасы йыя? яуап ябай: радио халыҡҡа хеҙмәт итә. Нисек кенә пафослы яңғырамаһын, радио 1 сентябрҙә, әүҙем эшләгән коммерция проекттарынан айырмалы рәүештә, бары тик майҙанға йыйылыусы йәштәрҙең, үҙенең тыңлаусыларының мәнфәғәтен күҙәтә. Ә ихласлыҡҡа кеше ынтылыусан. Бигерәк тә «ғәҙел һәм халыҡсан радио» тигән имидж менән нығытылған икән.
Ни өсөн ҡайһы бер сараларға халыҡ бушлай ҙа йөрөмәй, ә «Сәләм, студент!»ты йыл да ҡалдырмай? Йәнә бер ябай яуап – РНТ, МС Баш, йә Сәғиҙулла менән Ирада, йәнә ҡайһылыр «йондоҙ» килгән өсөн генә түгел, әлбиттә. Бөгөн артистар менән генә майҙан йыйып булмай. «Юлдаш» радиоһының эксклюзивы бар – алып барыусылары. Ҡабатланмаҫ. Һәр ҡайһыһының үҙ стиле булған өс һәләтле егет – Марсель, Йәмил, Филүс. Бөгөн һәр программаны авторҙар эшләй. Алып барыусы ҡыҙыҡ, стиле бар, үҙ өҫтөндә эшләй икән, уны тыңлайҙар, яраталар, күрергә лә киләсәктәр. Ә тапшы­рыу­ҙың исеме менән генә алдырып булмай. «Иртәнсәккәй тороп» – иң көслө проекттарҙың береһе. Алып барыусыларҙың юморы, һәр ситуациянан сыға белеүе, белемле булыуы, аудиторияны яҡшы тойоуы халыҡты йәлеп итә лә инде. Сәхнәлә лә улар һәр тамашасыға, студентҡа айырым иғтибар бүлде. Һиҙәһегеҙме, бөгөн ниндәйҙер ҡоро репортаж эшләргә түгел, ә байрамдан алынған тәьҫораттарҙы аналитика менән үреп барырға тырышам. Ике тәгәрмәсле транспорт тирәһендә анализ яһап, аналитика менән өйрөлөргә буламы? Һис шикһеҙ! Сөнки йыл да 1 сентябр­ҙә ошо ике тәгәрмәс тирәләй әллә күпме яҙмыш өйрөлә.
Һис шикһеҙ, «Сәләм, студент!» проектының ҙур бер үҙенсәлеге – йыл да ғәҙел рәүештә велосипед һәм башҡа приздар уйнатыу.
Велосипедты оттороуҙа быйыл да, Америка асмай ғына, «велосипед» уйлап таптыҡ. 500 флаг эшләтеп, шуларҙың береһенә ваҡ ҡына итеп «Сәләм, студент!» тип яҙҙыҡ та майҙанға тараттыҡ. Бына ҡайҙа ул сюрприз! Бына ҡайҙа ул эксклюзив! Үҙенең флагында шул яҙыуҙы күргән Данил Заһитов, тулҡынланыуын еңә-еңә, сәхнәгә саҡ сығып етте. Салауат районының Тирмән ауылы егете, юрист. Быйыл ситтән тороп 5-се курсты тамамлаған. 32 йәш.
Ә теүәл сәғәт биштә уйнатылған смартфон автотранспорт колледжының беренсе курс студенты, Мәсетле районы егете Рәил Ғиниәтуллинға тәтене.
«Юлдаш»тың махсус сувенирҙары, «Полисфера» фирмаһы тәҡдим иткән «Юлдаш» яҙыулы флешка, брелок, балдар – барыһы ла сараға килеүселәргә таратылды.
Майҙанға йыйылған йәштәрҙең күңелен Ренат Ниғмәтуллин, Йәмил Баймырҙин, Сәғиҙулла Байегет, МС Баш, Лилиә Ишемйәрова, Әлфиә Юлсурина, Таһир Әсәҙул­лин, Айтуған Ғәйзуллин, Динар Мансуров кеүек популяр йырсылар асты.
Әйткәндәй, «Сәләм, студент!» бе­ренсе тапҡыр Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Ҡурай» каналында тура эфирҙа күрһәтелде.

Т. АМАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы