RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Тырышһаң, һәр эште атҡарырға була” йәки Осраҡлы һайланған һөнәр

01.09.2016 “Тырышһаң, һәр эште атҡарырға була” йәки Осраҡлы һайланған һөнәр

“Тырышһаң,  һәр эште атҡарырға була”   йәки Осраҡлы һайланған һөнәрАрыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры өсөн актер, йәш режиссер Вадим Наил улы ҒИЛМАНОВ ҡиммәтле хазинаға тиң. Йылдар дауамында үҙенең данын һаҡлап килгән театрға йәш быуын актерҙары яңы заман һулышын алып килә. Бөгөнгө геройыбыҙ, үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ спектаклдәрҙе сәхнәләштереп, режиссер булараҡ та талантын дәлилләне. Һөйләшеү уның ижад юлы, студент йылдары һәм режиссерлыҡ тураһында барҙы.

– Вадим, һин артислыҡҡа аңлап килдеңме әллә был һөнәрҙе берәй­һенең кәңәше менән генә һайланыңмы?
– Аңламайынса килгәнмендер, тип уйлайым. 90-сы йылдар аҙағы, илдә ниндәйҙер билдәһеҙлек хөкөм һөрә, иртәгә нимә булырын да белмәгән саҡ. Чечняла һуғыш бара, егеттәргә унан ҡотолор өсөн бер генә юл: юғары уҡыу йортонда белем алыу. Ҡайҙа уҡырға инә алам, шунда уҡырмын, тигән уйҙа йөрөнөм. Түләп уҡыу ул саҡта юҡ кимәлендә, хәйер, булған хәлдә лә түләргә мөмкинлек таба алмаҫ инек. Эш хаҡы тотҡарланған саҡта икмәк алырға аҡса булмағаны хәтерҙә ҡалған. Әсәйем, журналист һәм телережиссер булараҡ (шағирә, “Илһам шишмәләре” фестивале лауреаты Тәнзилә Кейекбаева – авт.), миңә, үҙенең юлын дауам итеп, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына йәки Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлегенә уҡырға барырға тәҡдим итте. Уның кәңәшен тоттом. Бала саҡта сәхнә тураһында хыялланманым, билдәле булырға ынтылманым. Шуғалыр ҙа тәү осор­ҙа үҙемде сәнғәт донъяһында осраҡлы кеше кеүек хис итә инем. Аптыранып: “Ҡайҙа килеп эләктем мин?” – тип йөрөгәнем һаман да хәтерҙә.

– Ә сәхнәгә һөйөү хистәре ҡасан барлыҡҡа килде? Уҡый башлағасмы?

– Юҡ, шул аптыранған саҡтарым студент йылдарында булды ла инде. Театр факультетында уҡыу процесы бик ҡыҙыҡ ҡоролған. Сәхнә хәрәкәте, теле, техникаһы, актер оҫталығы кеүек дәрестәр бер тапҡыр ҙа сығыш яһап ҡарамаған бала өсөн шаҡ ҡатырғыс ине. Икенсе курсты тамамлағас, уҡыуҙы ташларға ла уйланым. Дуҫтарға әйләнгән курс­таштарымдан айырылғы килмәү генә мине был аҙымдан ҡурсалап ҡалды.
Театрға һөйөү яйлап, уҡыуҙың һуңғы курсында спектаклдәр ҡуя башлағас барлыҡҡа килде һәм эшләй-эшләй был тойғо нығынды.

– Хеҙмәт юлыңды ҡайһы театрҙа башланың?
– Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында. Сибай “Сулпан” балалар театры өсөн махсус уҡытылған курс булһаҡ та, ике егеткә Өфөлә эшкә ҡалырға тәҡдим булды Һәм бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырманым. Тап шул саҡта әсәйем, ниһайәт, фатир һатып алды һәм ғүмер буйы йәшәгән дөйөм ятаҡ бүлмәһенән ҡотолдоҡ. Үҙ өйөң, тәүге эш хаҡы, мәшһүр театрҙа эшләү – быларҙың барыһы ла минең өсөн ул саҡта иң ҙур бәхет ине. Иң тәүҙә Зәйнәб Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт” спектаклендә ишкәксе ролен уйнаным. Репетициялар, бейеү дәрестәре, киске тамаша, уның араһында тексты ятлау – ҡайһы саҡта, арып-талып, грим бүлмәһендә йоҡлап ҡала торғайным. Дүрт йыл эшләнем бында, тәүге ижад миҙгелендә үк “Өмөт” премияһы тапшырҙылар.

– Кеше бәләкәй ҡаланан ҙур ҡалаға күсеүҙе үҫеш тип һанай, шуға ынтыла. Ә һин, киреһенсә, академтеатрҙы Сибай театрына алмаш­тыр­ғанһың. Нисек булды был?
– Һөнәремә һөйөү барлыҡҡа килһә лә, театрҙа күңелем ҡабул итә алмаған осраҡтар күп булды. Мәҫәлән, сәхнәлә утыҙлап актер уйнай, ә залда тамашасы унан да әҙерәк. Икенсенән, эш күп: гастролдәр, тамашалар, репетициялар, эш хаҡының үтә лә бәләкәй булыуы теңкәгә тейҙе. Түҙемлектең тамам сигенә еткәс, барыһына ла ҡул һелтәп, театрҙан сығып киттем. Сибай ул саҡта уйҙа ла юҡ ине, Өфөлә, бөтөнләй икенсе юҫыҡта эш эҙләнем. Һатыусы-консультант, экспедитор һәм башҡалар... Әммә күңелемдә маяҡ булып һаман да театрға һөйөү уты яна, тынғы бирмәй. Сибай театрында минең менән бергә уҡыған егеттәр – Илгиз Әбдрә­шитов, Урал Зәйнуллин, Салауат Вәлиев эшләй, улар менән аралаш­ҡандан һуң унда барырға теләк уянды. Ә бында инде бөтөнләй икенсе донъя, хатта тамашасылар ҙа башҡаса. Ҡаланың үҙенән үк ябайлыҡ, ихласлыҡ бөркөлә. Дөйөм ятаҡтан бүлмә бирелде, ролдәр өҫтөндә эш башланым, дуҫлашып йөрөгән Гүзәл исемле ҡыҙ ҙа бында күсеп килде, ғаилә ҡорҙоҡ. Шулай итеп, күңелем үҙ урынын тапты, буғай. Ғәзим Шафиҡовтың “Мө­хәббәттән ҡөҙрәтлерәк” спектаклендә Кирилл роле менән Сибай сәхнәһенә аяҡ баҫтым.

– Режиссер эшенә нисек тотоноп киттең?
– Һәр һалдат генерал булырға теләгән кеүек, һәр актер ҙа режиссер булырға хыяллана. Театрҙа эшкә тотонғас та режиссерлыҡ тураһында уйлана башланым. Сибайға килеп эш башлауыма бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Дамир Мәжит улы Ғәлимов, миңә ышаныс күрһәтеп, уҡырға инергә тәҡдим итте. Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссерҙар әҙерләү бүлеген ситтән тороп тамамланым. Ә тәүге тапҡыр Илшат Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары”н сәхнәләштерҙем. Миңә ҡалһа, халыҡ спектаклде йылы ғына ҡабул итте, әммә үҙемдең байтаҡ хатамды күрҙем. Икенсе эшем Флорид Бүләковтың “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы” булды. Мине режиссер булараҡ үҫтергән театрға, актерҙарға һәм кәңәшсем булған Дамир Мәжит улына рәхмәтлемен. Һәр ижад миҙгеле һайын бер спектакль сығарыр­ға тура килә. Быйыл диплом спектакле итеп Аяз Ғиләжевтың “Ҡар аҫтында ҡайнар шишмә” әҫәрен сығарҙым.

– Күп кенә пьеса төрлө театрҙар­ҙың сәхнәһендә параллель сәхнәләштерелә. Режиссер булараҡ, сағыштырыуҙан ҡурҡмайһыңмы? Мәҫәлән, һин ҡуйған Эсфир Йәһүҙиндың “Эт саба тип” спектакле академтеатрҙа “Йүгер, Харис, йүгер” исеме аҫтында бара. Алмас Әмиров менән тиңләшеүе, ай-һай, ауырҙыр ул?..
– Уның бөтә ҡыҙығы шунда ла инде. Айырылып торор өсөн төрлө алым, идея эҙләйһең, бар оҫталығыңды эшкә егәһең. Бындай сәм актерҙарҙа ла уяна, ҡыҙығып китәләр. Үҙең сағыштырып ҡараһаң, хаталарың да, өҫтөнлөктәр ҙә күҙгә салына. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡурҡмайым. Шуны ла айырым әйтеп үтер инем: һәр пьесаны тиерлек беҙҙең театр беренсе булып сәхнәгә сығара. Унан һуң ғына башҡа театр­ҙар сәхнәләштерә башлай. Быға миҫалдар бик күп.

– Әсәйең Тәнзилә апай – шағирә, ҡәләм оҫтаһы, китаптар авторы. Һиндә яҙыуға талант бармы? Пьеса яҙып ҡарағың килмәйме?
– Талант нимә ул? 99% процент тырышлыҡ. Үҙемдә көс табып ултыр­һам, яҙа алыр инем, моғайын. Идеяларым да бар, сәхнәгә сығарырлыҡ әҫәр таба алмаһам – яҙырға йәки яҙыусыларҙың шәп романын, повесын уҡыһам, уны сәхнә әҫәре итеп үҙгәртергә ине, тип ҡыҙығып китәм. Тик әлегә тырышлыҡ һәм ваҡыт таба алмайым. Икенсенән, миңә әле режиссер булараҡ та үҫергә, өлгөрөргә, өйрәнергә кәрәк. Бөтәһен дә бер юлы алып барып булмай. Мин сәхнәнән китмәнем бит, режиссерлыҡтан тыш, һаман да актер булып уйнап йөрөйөм. Шуға күрә ашыҡмайынса, һәр нәмәне еренә еткереп эшләргә тырышам.

– Киләсәккә ниндәй уй-ниәттәрең бар? Ниндәй спектаклде сәхнәләштерергә теләйһең?
– Беҙҙең Сибай театры халыҡсан театр, шуның менән дан ҡаҙанған. Тик шулай ҙа, миңә ҡалһа, беҙҙең мөмкинлектәребеҙ киңерәк, ҙурыраҡ. Киләсәктә театрыбыҙҙың сиктәрен бер аҙ киңәйткем килә. Сәхнәбеҙҙә рус һәм сит ил классиктарының әҫәрҙәре лә ҡуйылырға тейеш. Әлбиттә, был эш ауыр, ҡатмарлы, тамашасы йыя алырмы, тигән һорау ҙа тыуыуы мөмкин. Нисек кенә булмаһын, бындай спектаклдәр һәр театр өсөн мөһим. Актерға ла, режиссерға ла, тамашасыға ла кәрәк. Хатта рәссам, костюмер, композитор өсөн дә. Шунһыҙ үҫеш булмаясаҡ. Бәлки, ауыл ерендә “Гамлет”ты аңлап та етмәҫтәр, ә сибайҙар араһында уны үҙ итеүселәр табыласаҡ. Беҙҙә Ромеоны уйнарлыҡ егеттәр, Джульеттаны уйнарлыҡ ҡыҙҙар бар. Булған мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырырға кәрәк.

– Режиссер булараҡ, актерҙар­ҙың уйнауы менән риза булмаған осраҡтар бармы? Ғөмүмән, һин талапсан кешеме?

– Эш булғас, төрлө саҡ була. Бер тапҡыр тәжрибәле генә актрисаға премьерала уйнарға рөхсәт итмәнем. Сөнки ул әҙер түгел ине. Ундай аҙымдарға барыуы ауыр, аңлашылмаусанлыҡтар ҙа була. Тик мин спектакль өсөн коллектив алдында ла, тамашасы алдында ла, үҙем алдында ла яуаплымын һәм уның насар ҡуйылыуына юл ҡуя алмайым. Күп осраҡта үҙ фекеремде яҡлап, ҡәтғи һәм талапсан булырға ла тура килә.
Шул уҡ ваҡытта әле сағыштырмаса йәш режиссермын, тәжрибәм юҡ. Ә беҙҙә бөйөк режиссерҙар менән эшләгән талантлы актерҙар күп. Мин уларҙың талаптарына яуап бирәмме? Шул турала ла уйланам. Үҙемә эшләргә, үҫергә тигән маҡсат ҡуйғанмын.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Вадим! Яңы ижад миҙгелендә яңы идеялар, уңышлы спектаклдәр теләйбеҙ!

Гөлнур ҠЫУАТОВА
әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы