RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шәхестәрен күтәргән халыҡ үҙен күтәрер

02.08.2016 Шәхестәрен күтәргән халыҡ үҙен күтәрер

Шәхестәрен күтәргән халыҡ үҙен күтәрер
Сибай институты рәссам-дизайнеры Ишморат Дәүләтбаев халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренең иҫтәлеген мәңгеләштерә
БДУ-ның Сибай институты йыл һайын уҡыу йылына йомғаҡты һабантуй ойоштороп яһай. Был матур сарала ҡунаҡтарға йыл әйләнәһендә башҡарылған эштәр күрһәтелә, уңыштар барлана. Быйылғы һабантуйҙа арҙаҡлы шәхестәребеҙ Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Рәми Ғарипов һәм Зәйнәб Биишеваның бюстары, Исмәғил Тасимов һәм башҡаларға арналған барельефтар рәтенә тағы ла бер мәшһүр һын – граждандар һуғышы ҡаһарманы, күренекле дәүләт эшмәкәре, хәрби етәксе Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналғаны өҫтәлде. Яңы барельефты уҡыу йортоноң алмаштырғыһыҙ рәссам-дизайнеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ишморат Ишмырҙа улы Дәүләтбаев эшләгән.

Тәбиғәттән бирелгән һәләтен ныҡышмалы хеҙмәт һәм ижади эҙләнеүҙәр аша камиллаштыра барған яҡташыбыҙ – Баймаҡ райо­нының Абдрахман ауылында тыуып үҫкән Ишморат Ишмырҙа улы Дәү­ләтбаевтың исеме Көньяҡ Урал төбәге халҡына яҡшы таныш. Сибай ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе рәссам ¤фө, Белорет ҡалаларында, Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа шәхси күргәҙмәләрен ойошторған. Уға шулай уҡ Ҡазан, Магнитогорск ҡалаларында ла сығыш яһау бәхете тейгән.
Оҙаҡ йылдар БДУ-ның Сибай институтында, педагогия, төҙөлөш һәм сервис колледждарында, художество, Башҡорт балалар һынлы сәнғәт мәктәптәрендә эшләп, билдәлелек яулаған шәхес ҡалабыҙҙың мәҙәни үҫешенә тос өлөш индерҙе. Быйыл Рәсәй Федера­цияһының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан дизайнер-скульптор, педагог, «Артыш» ижад берекмәһе ағзаһы Ишморат Дәүләтбаев «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Ишморат Дәүләтбаев ижадында һуңғы осорҙа айырыуса барельефтарға өҫтөнлөк бирә. «Барельеф», француз теленән тәржемә иткәндә, «тәпәшәк рельеф» тигәнде аңлата. Был скульптура һыны беркетеп яһалған тигеҙлектән, үҙенең ярты күләменән бер аҙ алға сығып торорға тейеш. Уны яһау – шул тиклем ваҡ һәм оҙайлы процесс.
– Ижадсы өсөн туғандарҙың, яҡындарҙың аңлауы бик мөһим. Ҡатыным – Сибай педагогия колледжы уҡытыусыһы Гөлдәр Риза ҡыҙы иң беренсе кәңәшсем. Ниндәйҙер ижади уй тыуһа, шунда уҡ уның менән кәңәшләшәм. Улдарым Ришат, Тимур – мин уйлап сығарған образдарҙы тормошҡа ашырыуҙа беренсе ярҙамсыларым. Һәр эштә ғаиләмә ныҡлы таянам. Хатта килендәрем һәм әлегә кескәй генә ейәнем Динислам да мине ижадҡа рухландыра. Беҙҙең халыҡтың меңәр йыллыҡ тарихы бар, арҙаҡлы шәхестәре бихисап. ¤с йыл эсендә БДУ-ның Сибай институтында алты барельефым ҡалҡып сыҡты, – ти скульптор. Мәғрифәт­селәр Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим ¤мөтбаев барельефтары буласаҡ телселәр, тарихсыларҙы аң-белемгә өндәп тора. Әйткәндәй, төрлө рәссамдар, замандаштарҙың һөйләүҙәре буйынса ҡылыҡһырлап, Аҡмул­ланың портретын яһаған. Ә бына Ишморат Дәүләтбаев ҡулдары тыуҙырған өс метрҙан бейек барельеф – республикала тәүгеһе.
– Яҡташ композиторыбыҙ Хөсәйен Әхмәтовтың һыны музыка факультетында урынлаштырылды. Юридик факультетҡа ингән ерҙә Фемида ҡаршы ала. Милли көрәш буйынса Рәсәйҙең тәүге чемпионы, профессор, Урал дзюдо мәктәбен ойоштороусы Харис Йосоповҡа үҙе иҫән саҡта уҡ барельеф яһаным. Уны асыу тантанаһына атаҡлы көрәшсе улы Морис менән килде. Улы: «Атайым яулаған бөтә титулдар ҙа бында күрһәтелгән бит!» – тип ғәжәпләнде, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Ишморат Ишмырҙа улы.
Рәссам-дизайнерға тере кешенең скульптураһын яһау еңелдән булмай. Оҡшатырмы, юҡмы, тигән һорау тынғы бирмәй. Һынды асыу тантанаһы барышында, аҡ япма төшөү менән, Харис ағай авторға йылмайып ҡарағас ҡына, күңеленә рәхәт булып китә.
Башҡорттоң аҫыл улы Кинйә абыҙ Арыҫлановтың барельефын Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына арнай. 1773 –1775 йылдарҙа барған Крәҫтиән һуғышында ҡулына ҡорал тотоп, ябай халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлауҙа ҡатнашҡан яугирҙың яҙмышы менән күптән ҡыҙыҡһына ул. Батырҙың һы­нын эшләр алдынан ғаиләһе менән уның тыуған төйәгенә – Көйөргәҙе районының Кинйәбыҙ ауылына сәйәхәт ҡыла. Унда Кинйәбыҙҙың музейындағы экспонаттар менән яҡындан танышалар. Уның һыу эскән ҡоҙоғон, риүәйәт буйынса Пугачев менән йәшенеп йөрөгән мәмерйәһен ҡарайҙар. 30 ғына өйҙән торған Кинйәбыҙ ауылынан өс Советтар Союзы Геройы сыҡҡан – был да бит күп нәмә хаҡында һөйләй. Унан йөрөп ҡайтҡас, Ишморат Дәүләтбаев улдары менән илһамланып, ҡанатланып эшкә тотона. Монументаль барельеф өс айҙа әҙер була.
Көйөргәҙелә Кинйәнең нәҫел-нәсәбе менән дә танышалар. Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Самат Урал улы Күҙәшев менән туғанлашып бөтәләр. Батырҙың һынын кәүҙәләндергәндә Ишморат Ишмырҙа улы тап уның йөҙ һыҙаттарына таянып эш итә. Самат Күҙәшев үҙе килеп барельефты күреп ҡайта. Кинйә Арыҫлановҡа барельеф эшләгәндән һуң бер йыл үтеүгә, ижадсыны уның тыуыуына 285 йыл тулыуға арналған республика кимәлендәге сараларҙа ҡатнашырға саҡыралар. Көйөргәҙе тарафтарына йәнә барып, музей фондына барельефтың фотокүсермәһен бүләк итеп, изгеләр рухына аманатты үтәп ҡайта.
Уҡыу йорто директоры Зиннур Йәрмөхәмәтов рәссам-дизайнерҙың хеҙмәтен юғары баһалай. Зиннур Ғөбәйҙулла улы билдә­ләүенсә, институт студенттарының 85 проценты – башҡорттар. Улар үҙҙәренең бөйөк шәхестәрен, туған телен, тыуған ерҙең, халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен, сәнғәтен белһен. Ошо бөйөк аҡыл эйәләренә ҡарап, йәштәр мөмкин тиклем уларға оҡшарға тырышһын.
Ишморат Ишмырҙа улының ижады төрлө булыуы менән үҙенсәлекле. Бынан ике тиҫтә йыл элек металдан «Урал» скульптураһын эшләй. Һуғыштарға ҡаршы «Айырмағыҙ» тип аталған һыны бар. Гипстан «Башҡорт көрәше» бәләкәй скульптураһын эшләү менән дә етди шөғөлләнгән. Һынлы сәнғәткә килгәндә, «Тыл ветерандары», «Зәйнулла ишан» тигән картиналары күргәҙмәләргә ҡуйылған. «Сибай ҡалаһы үҫеше», «Ат көсөнөң артыуы» тип исемләнгән композициялар әлеге көндә ҡаланың автотранспорт предприятиеһы бинаһын биҙәй. «Икмәккә дан» композицияһы иһә элекке Башҡорт дәүләт аграр университетының Көньяҡ Урал филиалы бинаһы стенаһына беркетелгән.
Тырыш, эшһөйәр рәссам Ишморат Дәүләтбаев әлеге көндә әллә күпме барельеф, һүрәт, һын эшләү менән мәшғүл. Эштәренән саҡ ҡына бушаған мәлдә ҡаланың колледж, институт студенттары яҙған диплом эштәренә рецензент булараҡ сығыш яһай.
– Буласаҡ рәссам, скульпторҙар менән тәжрибә уртаҡлашып ҡына ҡалмайым, барельефтарҙы эшләү мәлендә саҡырып, оҫталыҡ дәрес­тәре уҙғарам, үҙем белгәнде йәштәргә ентекле өйрәтәм. Киләсәктә лә ижади эшмәкәрлегемде дауам итермен тип уйлайым. Пландар күп, уларҙы тормошҡа ашырырға ғына кәрәк.
Быға тиклем ихласлыҡ, күңелемде биреп башҡарған һәр эшем киләсәк быуынды рухландырып, яңы бейеклектәргә саҡырып торор тип ышанам, – ти оҫта ижадсы.

Гөлдәр ҠАДАЕВА.
Шәхестәрен күтәргән халыҡ үҙен күтәрер
Шәхестәрен күтәргән халыҡ үҙен күтәрер










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы