RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Етәксе халыҡҡа яҡын булырға тейеш»

26.07.2016 «Етәксе халыҡҡа яҡын булырға тейеш»

«Етәксе халыҡҡа яҡын  булырға тейеш»РФ Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдиновтың Өфөләге граждандарҙы ҡабул итеү бүлмәһендә мөрәжәғәт итеүселәр ғәҙәттәгенән дә күп була. Халыҡ һайланыусыһы, ваҡыты сикләнгән булһа ла, уларҙың үтенестәрен тыңлауҙан баш тартмай, мөмкинлегенән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша, сөнки белә, сараһыҙҙан уға күҙ төбәп килгәндәр. Килеүселәрҙең яртыһы – хәрби хәрәкәттәр ветерандары. Хәрби офицер, Афғанстандағы, Абхазиялағы хәрби конфликттар­ҙа ҡатнашыусы булараҡ, ҡораллы бәрелештәр ветерандары, хәрбиҙәрҙең проблемаларын да унан да яҡшыраҡ аңлаған кеше юҡ.
Иршат Юнир улы Фәхретдинов менән түбәндәге әңгәмәлә уның депутатлыҡ эшмәкәрлегенә, уға ярҙам һорап килеүселәрҙең ниндәй үтенестәре булыуына байҡау яһаныҡ.

– Иршат Юнир улы, Дәүләт Думаһында һеҙ эшләгән комитеттарҙа һуңғы йылдарҙа ниндәй социаль әһәмиәттәге закондар ҡабул ителде?
– Иң әһәмиәтлеләрен атап киткәндә, «Ветерандар тураһында»ғы федераль закон­ға үҙгәрештәр индереүҙе әйтер инем. Уға ярашлы, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына өй төҙөү йәки торлаҡ алыуға бер мәртәбә бирелә торған аҡсалата түләү биреү тәртибе ҡаралды. Элек торлаҡ муниципаль берекмәләр иҫәбенән бирелә ине. Хәҙер улай түгел, аҡса федераль бюджеттан бүленә. Хәрби хеҙмәт бер йылға ҡалдырылыу сәбәпле, егеттәргә күп кисектереү бөтөрөлһә лә, фән менән шөғөлләнгән, һөнәрен артабан да камиллаштырған, аспирантураға уҡырға ингән егеттәр әрме хеҙмәтенән азат ителде. «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тура­һында»ғы федераль законға үҙгәрештәр индереү 2012 йылдың 1 ғинуарынан вуздан һуң һөнәри белем алған граждандарға хәрби хеҙмәттән кисектереү биреүҙе ҡарай. Хәҙер беҙҙең илдә эҙәрмәнлек хәрәкәте әүҙем эшләй, улар Бөйөк Ватан һуғышында хәбәр­һеҙ юғалған һалдаттарҙың исемдәрен асыҡлай. Әлбиттә, был эште ойоштороу ҙур сығым талап итә. «Ватанды һаҡлауҙа һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индереү һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙең формаларын камиллаштырыуҙы һәм эҙәрмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусылар­ҙың составын киңәйтеүгә йүнәлтелгән.
– Хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға социаль ярҙам сараларын көсәйтеү буйынса законға үҙгәрештәр индерелдеме?
– Һуңғы 20 йылда льготаларҙы киңәйтеү буйынса күп эш башҡарылды. Ҡораллы бәрелештәр инвалидтарының барыһы ла торлаҡ менән тәьмин ителгән. Ярайһы уҡ ҙур суммала түләүҙәр алалар. Элек был аҡса хаҡында хыялланырға ғына була ине. Хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ла түләүҙәр арттырылды.
– Торлаҡ мәсьәләһенең көнүҙәк булғанлығын аңлайбыҙ. Һеҙгә ярҙам һорап килеүселәрҙең яртыһы торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә булышлыҡ итеүҙе һорай…
– Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар, хәрби бәрелештәр инвалидтары, күп балалы ғаиләләр закон буйынса льготалы торлаҡ алыуға хоҡуҡлы. Сиратта торған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының барыһы ла торлаҡ сертификаты алмаған. Сәбәптәре лә барҙыр бәлки. Биш йылда ветеран торлаҡ шарттарын насарайтһа, уның тағы алырға хоҡуғы бар. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында ун йылдан һуң тағы сиратҡа тороу мөмкинлеге бирелгән. 2011 йылдың 1 ғинуарынан Афған, Чечня һуғышында ҡатнашыусыларҙы федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға алынған торлаҡ сертификаттары менән тәьмин итеү башланды. Уларҙың кемдәре 1997 йылға тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа торған – хәҙерге көндә был сертификаттарҙы ала башланы инде. Локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса сират әкренләп кәмей. Әлегә бар аҡса Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм уларҙың тол ҡалған ҡатындарын торлаҡ менән тәьмин итеүгә китә.
Кемдәр льготалы шарттарҙа торлаҡ менән тәьмин итеүгә мохтаж, район хакимиәттәрендә дөйөм сиратҡа баҫһындар. Мөмкинлеге һәм законлы нигеҙе булып та властар документта яҙылған нормаларҙы үтәмәй. Граждандың хоҡуғы булһа ла, сиратҡа тороу­ҙа чиновниктар үҙҙәре кәртәләр ҡуя. Дөрөҫ мәғлүмәт бирмәй баштарын бутайҙар. Сөнки кеше юҡ икән, проблема ла юҡ, тигән һүҙ. Уларға шулай эшләүе ҡулайыраҡ. Ҡайһы бер ветерандар торлаҡҡа мохтаж булһа ла, ошо хоҡуҡтарын танытыу өсөн суд юлын тапарға мәжбүр. Хатта Юғары судҡа тиклем барып етеүселәр бар. Халҡыңды яратмаһаң, хөрмәт итмәһәң, эшләмә. Ярҙам һорап килеүселәр – халыҡтың иң яҡланмаған категорияһы, улар сараһыҙҙың көнөнән хөкүмәттән ярҙам һорап йөрөй. Күптәр үҙ хоҡуғын белмәй. Етәк­сенең маҡсаты халыҡҡа аңлатыу ғына. Йыйы­лыштарҙа аңлатыу эштәре алып барһындар. Ябай халыҡ менән эшләргә, улар­ға яҡын булырға кәрәк. Улар бит тотош чиновниктар армияһын ашатыу өсөн һалым түләй…
– Редакцияға гәзит уҡыусыбыҙҙан килгән хатҡа яуап биреп китегеҙ әле. Вафат булған афғансының тол ҡатыны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа ҡуйыла аламы?
– Әлбиттә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн мәрхүм иренең хоҡуҡтарын файҙалана ала. Минең депутатлыҡ эшмәкәрлегемдә уларҙы нигеҙһеҙ сираттан алған осраҡтар булды. Бындай күңелһеҙ хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн, йыл һайын үҙегеҙҙең торлаҡҡа мохтаж икәнлегегеҙҙе иҫбатлап, документтарығыҙҙы яңыртып торорға кәрәк. 2005 йылда Рәсәйҙең Торлаҡ кодексына үҙгәрештәр индерелгәс, район, ҡала хакимиәттәрендәге льготалы сиратты дөйөм сират менән берләштерҙе. Район хакимиәте биргән мәғлүмәттәр буйынса льготалы категорияға (ҡораллы бәрелештәр ветерандары, инвалидтары) иҫәпте БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы алып бара. Уларҙың заявкаһы буйынса йыл һайын РФ Төбәк үҫеше министрлығы федераль бюджеттан аҡса бүлә.
– Афған темаһын дауам итәйек. Һеҙ үҙегеҙ ҙә унда хеҙмәт иткәнһегеҙ. Унда хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың яҙмышы асыҡланамы?
– Бөгөн Рәсәйҙән Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк булған 300-ләп һалдат иҫәпләнә. Күптәренең ерләнгән урындары асыҡлана. Мин 2011 йылда булғанда, урындағы властар, беҙ һеҙгә ватандаштарығыҙҙы эҙләүҙә ярҙам итергә әҙербеҙ, тип вәғәҙә иткәйне. Совет һалдаттары, улар теле менән әйткәндә, шуравиҙар, хәҙер афғандар өсөн хөрмәтле кешеләр. Хатта минең дә шурави икәнемде белгәс, башҡа хеҙмәттәштәремә лә үҙҙәре исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткереүҙе һоранылар.
– Үҙегеҙ хәрби кеше булараҡ, һеҙ ҡораллы бәрелештәр ветерандарының, хәрбиҙәрҙең проблемаларын яҡшыраҡ аңлайһығыҙ. Бөгөн уларҙы ниндәй проблемалар борсой?
– Күптәре санатор-курорт дауаланыуға, реабилитация үҙәктәренә юлламалар алышыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Дауаханаға йүнәлтмә ала алмайҙар. Район- ҡалаларҙың социаль яҡлау бүлектәре льготалы категория граждандары менән эшләргә тейеш, аяҡ салырға түгел. Әгәр ҙә теге йәки был кешенең хоҡуғы бар икән, ғаризаһын алып ҡалығыҙ. Үҙе килә алмаһа, туғандарын саҡырығыҙ, өйөнә барһындар. Бик булмаһа, мәғлүмәттәр базаһына телефон номерҙарын индереп, шылтыратып саҡыртырға ла була. Улар тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк. Кешеләр менән кабинеттарҙа бикләнеп кенә эшләп булмай. Үҙен хөрмәт иткән етәксе, күҙгә эленмәгән бер хәстәрлек күреү булһынмы, ябай халыҡтың мәнфәғәтен ҡайғыртырға бурыслы.
– Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар хөкүмәт тарафынан үҙҙәрен онотоуҙарына борсолоу белдерә… Һеҙ бының менән килешәһегеҙме?
– һис кенә лә улар онотолдо, тип иҫәпләмәйем. Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың льготалары хатта ҡораллы бәрелештәр ветерандарыныҡынан да күберәк. Хоҡуҡтарығыҙҙы даулай белегеҙ. Быйыл февралдә Чернобыль аварияһы ликвидаторҙарының социаль яҡлан­ғанлығын көсәйтеү тураһында яңы закон проекты ла ҡаралғайны. Уларға түләүҙәр, инвалидтарға пособие күләме арттырыласаҡ. Бының өсөн бюджеттан аҡса бүленгән.
– Һеҙ хәрби бәрелештәр ветерандарының Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы, Башҡортостандың хәрби бәрелештәр инвалидтарының йәмәғәт ойошмаһы рәйесе лә булып тораһығыҙ…
– Был ойошмаларҙа беҙҙең йәмәғәтселек эше әүҙем бара. Ҡораллы бәрелештәр инвалидтарына, ветерандарға реабилитация үҙәктәренә урынлашырға ярҙам итәбеҙ, улар­ға кәрәккәндә матди ярҙам да күрһәтәбеҙ. Ошондай граждандарҙы берләштереү маҡсатында төрлө спорт ярыштары ла үткәрәбеҙ. Һуңғы туғыҙ йылда хөкүмәтебеҙ тарафынан уларҙы социаль яҡлау өсөн күп ыңғай эш эшләнде. Кемдәр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торған – барыһы ла торлаҡ менән тәьмин ителде. Һуңғы йылдарҙа ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ла күп ауылда стелалар, һәйкәлдәр асылды.
– Дәүләт Думаһында һеҙ «Һуғыш балалары» проекты өҫтөндә эшләнегеҙ. Был категорияға ҡараған граждандарға өҫтәмә льготалар булдырыу тураһында закон ни өсөн һаман ҡабул ителмәне? Беҙҙең редакцияға ла Бөйөк Ватан һуғышында аталары һәләк булып, етемлектә үҫкәндәрҙән әрнеүле хаттар күп килә. Әйткәндәй, улар ҙа бит хәҙер әҙәйеп бара. Өмөттәре аҡланмаҫмы икән ни?
– КПРФ, «Ғәҙел Рәсәй» партиялары тарафынан тәҡдим ителгән проект бер нисә йыл буйы тикшерелде. Дәүләт Думаһы депутаты булараҡ, һуғыш балаларынан үҙҙәренә социаль яҡлау булдырыуҙы һорап яҙған мөрәжәғәттәр күп килә ине. Ысынлап та, етемлектә, мохтажлыҡта тотош бер быуын үҫкән. Үҙемдең әсәйем дә ауырлыҡты күп күргән ошо быуын вәкилдәренең береһе ине. Беҙ был закон проектына ҡарата үҙҙәренең фекерен белдереүҙәрен һорап, төбәктәрҙең ветерандарҙан торған йәмәғәт ойошмаларына мөрәжәғәт иттек. 39 ойошманың 37-һенән кире яуап килде. Ҡыҙғаныс, ошо законды күптәр яҡламаны ла, хупламаны ла! Һуғыш балалары быға лайыҡлы түгел, уларҙың Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кеүек льготалар алырға хоҡуҡтары юҡ, тигән яуап алдыҡ. Бик үкенесле, әлбиттә. Ә бит Еңеүҙә уларҙың да өлөшө бар, ауыҙҙарынан өҙөп бар тапҡанды фронтҡа ебәргәндәр, ололар менән бер ҡатар­ҙан колхозда эшләгәндәр. Әгәр ҙә ошо закон проектын бынан 20 – 30 йыл элек ҡабул итергә әҙерләһәк, ул тормошҡа ашыр ине, минеңсә. Сөнки элекке ветеран ойошмаларында Бөйөк Ватан һуғышының иң ауыр осорон үткәргән, ут эсендә йөрөгән ветерандар булды. Улар үҙҙәре һуғышта йөрөгәндә аслыҡтан интеккән, тылда әсәләре менән бергә еңеү өсөн көрәшкән, балалыҡ осоронан да сығып етмәйенсә ауыр эшкә егелгән балаларҙың хәлен нығыраҡ аңлар ине, минеңсә.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы