RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡазандан – еңеү менән!

14.03.2015 Ҡазандан – еңеү менән!



Талантлы йырсы Фәһим Тоҡомбәтов халыҡ-ара йырсылар конкурсында I дәрәжә лауреат исемен яуланы.

Ҡазандан  –  еңеү менән!Халыҡ йырҙарына ғашиҡ талантлы йырсы Фәһим Тоҡомбәтовтың исеме яҡташтарыбыҙға күптән таныш. Иглиндәрҙең һөйөүен яулаған, район сәхнәһенең йөҙөк ҡашы, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика һәм район конкурстарында еңеү яулаусы һәм башҡа бихисап бәйгелә лә һынатмаусы егет тағы бер оло уңышы менән ҡыуандырҙы. Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Венера Ғәниева исемендәге «Һандуғас» халыҡ-ара йырсылар конкурсында ҡатнашып, I дәрәжә лауреат исемен яулап ҡайтты.

Йырсылар ярышында быйыл йөҙләп конкурсант ҡатнашты. Унда, Башҡортостан һәм Татарстандан тыш, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә йырсылар күп килгән. Конкурс өс номинациянан торҙо: академик, халыҡ һәм эстрада вокалы. Фәһим Тоҡомбәтов шуларҙың һуңғы икәүһендә көсөн һынап ҡараны һәм «Халыҡ йырҙарын яңғыҙ башҡарыу» номинацияһында уңыш яуланы, «Эстрада йырҙарын яңғыҙ башҡарыу» номинацияһында II дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Фәһим үҙенең көслө һәм моңло тауышы менән «Уралым», «Буранбай», «Һандуғас», «Ҡоштар китә» йырҙарын башҡарҙы. Йырсыларҙың сығышын Венера Ғәниева үҙе, Ҡытайҙың музыка белгестәре, башҡа абруйлы йыр сәнғәте вәкилдәре баһаланы.
– Конкурста ҡатнашыу минең өсөн оло һынау ҙа, тәжрибә лә булды, – ти Фәһим. – Сәхнәгә сыҡҡан һәр йырсы үҙен көслө профессионал итеп күрһәтте. Жюри ағзалары ла юғары кимәлдәге музыка белгестәре ине. Шуға күрә юғары баһаға лайыҡ булыу минең өсөн ҙур ҡаҙаныш тип иҫәпләйем. Үҙемдең башҡарыу кимәлемде башҡаларҙыҡы менән сағыштырып ҡайттым, нимәләр өҫтөндә эшләргә кәрәклеген билдәләнем. Еңеүемде ҡатыным Гөлдәргә бағышланым. Хыялдарымдың тормошҡа ашыуы минә ҡанат ҡуйып, дәрт-дарманымды арттырҙы, киләсәккә ышаныс өҫтәне.
Яҡын киләсәктә Фәһим Тоҡомбәтовты тағы ла бер абруйлы бәйге көтә – уны Р. Ваһапов исемендәге татар йыры халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашырға саҡырғандар. Унда сығыш яһау өсөн уға романстар өйрәнергә тура киләсәк.

Зимфира ҠАЛМАНТАЕВА.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы