RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Хистәрҙән шоу яһарға кәрәкмәй”

14.03.2015 “Хистәрҙән шоу яһарға кәрәкмәй”

“Хистәрҙән  шоу яһарға кәрәкмәй”Бар донъяға ҡысҡырып йәки күрһәтеп кенә яратыу тойғолары сағыуланмай, тип иҫәпләй йәш артистар Нәркәс һәм Мирас Йомағужиндар.

Салауат башҡорт дәүләт драма театры актерҙары Нәркәс һәм Мирас Йо­ма­ғужиндарҙың ғаилә тормошон тын күлдә йөҙгән кәмәгә оҡшатырға мөмкин. Һәр ваҡыт иренә ышаныслы терәк булыр­ға ынтылған сабыр хужабикә лә, тәүәккәл, һәр нәмәгә айыҡ аҡыл менән ҡараған ғаилә башлығы ла тормош юлдарынан бәрелмәй-һуғылмай ғына, һәлмәк итеп үтергә тырыша.

– Мирас – тормошта реалист, ниндәйҙер ҙур, көтөлмәгән ҡылыҡтар эшләп бармай. Һәм тап ошо холҡо менән дә ышаныслы тормош иптәше булып тора. Уның янында үҙемде һәм балаларымды яҡлаулы, ҡараулы тип хис итәм. Ижад кешеләренә хас булған романтик хыялдар менән йәшәмәй, – ти Нәркәс ире тураһында.
– Күңелемдәге хистәремдән, ҡатынымды, балаларымды яратыуымдан шоу, тамаша яһарға яратмайым. Икәүҙән-икәү ҡалған саҡта, әлбиттә, яратыуымды мотлаҡ әйтеп торам. Хистәремде эш менән иҫбатларға тырышам. Ғаилә тормошо, мөхәббәт хистәре тик беҙҙең икебеҙҙеке генә булып ҡалыуын теләйем. Бар донъяға ҡысҡырып йәки күрһәтеп кенә яратыу тойғолары сағыуланмай. Атай-әсәйемдән, ҡәйнәм менән ҡайнымдан үрнәк алам. Улар тәү ҡарашҡа ябай ғына ғаилә, әммә бер-береһен ярты һүҙҙән, хатта күҙ ҡарашынан аңлап торалар. Ҡатыным менән улар кеүек матур итеп йәшәгем килә, – тип хыялдары менә бүлешә ғаилә башлығы.
Был парҙың һөйөү тарихы ла үҙенсәлекле. Күптәргә хас булғанса, улар бер-береһенә тәү ҡараштан ғашиҡ булмай. Дуҫлыҡ хистәре йылдар үтеү менән генә яратыуға әйләнә. Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында тыуып үҫкән Нәркәс бала сағынан табип булырға хыяллана. 10-сы класта уҡығанда ҡапыл күңеле сәнғәткә тартыла башлай. Үҙ-үҙенә артыҡ ышанмайынса ғына, йылдар үткәс: “Их, шул ваҡытта имтихандар биреп ҡараманым бит!” – тип үкенеп ултырмаҫ өсөн генә Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетына документтарын тапшыра. Мирас та, яҡын дуҫтарының кәңәшен тотоп, ошо уҡ уҡыу йортона имтихандар бирмәксе була:
– Бер ваҡытта ла, актер булам, тип хыялланып йөрөмәнем. Мәләүез ҡалаһында урта мәктәпте тамамлағас, һөнәрселек лицейында электрикка уҡыным. Өфөгә барыуҙы шаярыу кеүек кенә ҡабул иткәйнем, уҡырға ингәндәр исемлегендә фамилиямды күреп, ғәжәпләнеп киттем. Дуҫтарым, күрәһең, һәләтем, талантым барлығына үҙемдән дә нығыраҡ ышанғандыр. Нәркәс менән шул ваҡытта танышҡайныҡ. Дүрт йыл буйы бергәләшеп Са­лауат башҡорт дәүләт драма театры өсөн йыйылған махсус курста, Әхтәм Әбү­шаһманов класында уҡыныҡ. Бер-беребеҙҙең шәхси тормошо менән әллә ни артыҡ ҡыҙыҡһынманыҡ, бары курс­таштар булараҡ, дуҫтарса аралаштыҡ. Уҡыуҙы тамамлап, театрҙа эш башлағас ҡына уға нисектер икенсе күҙлектән ҡарай башланым. Сит ҡала, туғандар ҙа, таныштар ҙа юҡ. Әллә шул ваҡыттағы яңғыҙлыҡ тойғоһо беҙҙе берләштерҙеме, белмәйем, Нәркәс менән бер-беребеҙҙе яҡын күреп, дуҫлашып киттек.
Ярты йыл үтеүгә йәштәр ошо уҡ театрҙа эш башлаған курсташтары Рафаэль Ғәй­нуллин менән Рәмзиә Мәҡсү­тованың туйына шаһиттар булып бара. Нәркәс менән Мирас та оҙаҡҡа һуҙмай, өйләнешергә ҡарар итә. Бөгөн инде улар ике ҡыҙ – Таңсулпан менән Алтынайҙы үҫтерә.

– Бөгөнгө замандың ҙур проблемаһын – торлаҡ мәсьәләһен нисек хәл иттегеҙ?
Мирас:
– Ғаиләнең матди хәле ир иңендә икәнен аңлайым. Эш хаҡы етмәй башлағас, театр­ҙан китергә ҡарар иттем. Йәшерен-батырыны юҡ: мәҙәниәт өлкәһендә быға тиклем эш хаҡы әҙәм ышанмаҫлыҡ әҙ ине. Тәүге һөнәремде иҫкә төшөрөп, Себер тарафтарына сығып киттем. Тик оҙаҡ йөрөргә тура килмәне, сөнки икенсе бала тыуыр көндәр еткәйне, Нәркәскә ауыр булыр тип, ҡайттым. Атайым менән шәхси эш асып ебәрҙек. Ул ремонт эштәрен дә өйрәтте. Үкенмәйем, сөнки бөгөн бар эштең дә нескәлектәрен беләм. Әммә, бала саҡтан актер булырға хыялланып, янып йөрөмәһәм дә, дүрт йыл буйы белем алып, аҙаҡ эшләп, ҙур һөйөү барлыҡҡа килгән икән. Ике йыл ситтә йөрөнөм дә, үҙ театрыма ҡайтырға булдым. Беҙгә дөйөм ятаҡтан бүлмә биреп, театр етәкселеге һәм ҡала хакимиәте ҙур ярҙам күрһәткәйне, былтыр шул бүлмәне һатып, “әсәлек капиталы”н ҡушып, ипотекаға фатир алыу бәхетенә ирештек. Әлбиттә, атай-әсәйҙәрҙең дә ярҙамы ҙур булды.
Әйткәндәй, Мирас – та­мыр­ҙары менән Күгәрсен районының Бикес ауылынан, уға биш йәш булғанда ата-әсәһе Мәләүез ҡалаһына күсә. Ошо ҡалала үҫеп, белем алыуына ҡарамаҫтан, ул үҙен Күгәрсендеке тип иҫәпләй. Ҡартәсәһе, туғандары янына ашҡынып ҡайта. Баймаҡ яҡтарына ла юлды һыуытмайҙар.
Йомағужиндарҙың бергә уйнауын Островскийҙың “Һуң­лаған мөхәббәт” (Ни­колай һәм Людмила) һәм “Риүәйәт” (Ихтыяр менән Наҙлыгөл) спектаклендә ҡарарға була.
– Ниңәлер беҙгә партнер булараҡ уйнарға ролдәр һи­рәк бирелә. Әммә киләсәктә бергәләп яңы образдар тыуҙырырбыҙ тигән ышаныс­табыҙ.

– Ирең менән бергә эшләү еңелме? Йә, киреһенсә, ауырлыҡ килтерәме?
Нәркәс:
– Мирас менән бергә эшләүемә ҡыуанам. Сөнки эштәге проблемаларымды унан да һәйбәт аңлаған кеше юҡ. Әгәр ирем башҡа һөнәр кешеһе булһа, актер булыу­ҙың үҙенсәлектәрен аңламаҫ ине.
Мирас:
– Ә миңә, ҡатыным менән бер эштә эшләмәһәм, өйҙә һөйләшергә уртаҡ һүҙҙәр ҙә булмаҫ кеүек тойола. Күп осраҡта театрҙа булған хәлдәрҙе, режиссерҙың кәңәштәрен өйгә ҡайтҡас, тыныс мөхиттә икәүләшеп тағы ла бер һөйләшеп, һығымталар яһап ҡуябыҙ. Репетиция мәлендә килеп сыҡмаған хәрәкәттәрҙе шымартабыҙ. Икәү бергә өйҙән сығып китеп, бергә ҡайтып инеү ҙә күңелгә рәхәтлек тойғолары бирә. Икебеҙ ҙә театрҙа эшләүҙең бер генә ҡыйынлығын беләм: балалар бәләкәй саҡта спектаклдәр, гастролдәр ваҡытында кемгә ҡалдырырға белмәй яфаландыҡ. Сөнки Салауатта беҙҙең бер генә туған да, хеҙмәттәштәрҙән тыш таныштар ҙа юҡ ине. Ярай Мәләүез яҡын, күп осраҡта атай менән әсәй балалар менән ултырырға мөмкинлек таба ине. Хәҙер өйҙә икәүһе генә лә ҡала башланы.

– Күңелле студент йылдары үткән Өфө ҡалаһы һағындырамы?
Нәркәс:
– Тәүге айҙарҙа һағынып илап ултырған ваҡыттар булды. Ярай әле курсташтар бергәләп килеп эш башланыҡ, юғиһә бөтөнләй ҡыйын булыр ине. Улар менән аралашып, ҡатышып, дуҫ, татыу йәшәй башланыҡ. Яңғыҙым ғына килгән булһам, бәлки, был ҡалала оҙаҡ тормаҫ инем. Хәҙер, әлбиттә, юл төшкәндә Өфөгә барабыҙ, премьералар ҡарайбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ менән осрашабыҙ. Тик Салауатты һағынып ҡайтып китәбеҙ.
Мирас:
– Беҙҙең театрҙа ҡыҙыҡ хәл булғайны. Өфө­нән бер егет йомала килеп эшкә урынлашты. Дүшәмбе театрға килде лә: “Са­лауатта күңелһеҙ, ҡайтам”, – тип эштән китергә ғариза яҙҙы. Шуның кеүек, кемдер өсөн бында күңелһеҙҙер, ә миңә был ҡала тыныс булыуы менән күңелемә яҡын.
Йомағужиндар ғаиләһенә һоҡланмайынса ҡарау мөмкин түгел. Аҙ ғына ваҡүыт аралашҡанда ла уларҙың бер-береһенә булған ихтирамы күҙгә салына. Нәркәс, әҙәпле башҡорт ҡатындарына хас булғанса, Мирастың һәр һүҙенә иғтибарлы. Ә ғаилә башлығы тәү сиратта ҡатынының фе­кер­ҙәренә ҡолаҡ һалып эш итә. Матур ғаилә – ил күрке, тигәндәй, уларҙың ғаиләһе менән хеҙмәттәштәре лә һоҡлана, уларҙы үрнәк итеп ҡуя.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы