«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 15 октябрь



15.10.2019 15 октябрь

Биишева Вәзифә Иҙрис ҡыҙы (15.10.1939), хеҙмәт ветераны. 1957–1996 йылдарҙа Баймаҡ районы «Йылайыр» совхоз-техникумы һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1991), III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975). Сығышы менән ошо райондың Ишмөхәмәт ауылынан.

Кәримов Марат Фазыл улы (15.10.1939), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1988—1993 йылдарҙа Өфө нефть институтының иҡтисад эштәре буйынса проректоры. Техник фәндәр докторы (1982), профессор (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1989), СССР‑ҙың Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1973). И. М. Губкин исемендәге премия (1984), Вьетнам Социалистик Республикаһының «Vifotek» премияһы (2001) лауреаты. Афғанстан Республикаһының Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Түбәнге Маншыр ауылынан.

Ғималова Фәниә Булат ҡыҙы
(15.10.1949), физик, уҡытыусы. 1974—1993 йылдарҙа Башҡортостан Фәндәр академияһының Химия һәм Геология институттары ғилми хеҙмәткәре. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2005). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Әжекәй ауылынан.

Рахманова Илгизә Кәрим ҡыҙы (15.10.1949), ветеран-китапханасы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Хәсәнов Радмир Әнүәр улы (15.10.1959), ғалим-стоматолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Өфөләге «Витадент» Халыҡ‑ара концернының генераль директоры. Медицина фәндәре докторы (1994), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының III һәм V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2016 йылдан Рәсәй Федерацияһының Журналистар, 2017 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2000—2008 йылдарҙа Башҡортостан Стоматологтар ассоциацияһы президенты. СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Йәлембәт ауылынан.

Бикметов Евгений Юрьевич
(15.10.1964), ғалим-социолог. 1993 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (2003), профессор (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.

Хәҙиуллин Яҡуп Хәҙиулла улы
(15.10.1894—29.10.1975), хужалыҡ эшмәкәре, колхоздар ойоштороусы. Беренсе донъя һәм Рәсәйҙәге граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Мәсетле районы колхоздарының элекке рәйесе. КПСС-тың XVI Башҡортостан өлкә партия конференцияһы делегаты (1948). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1945. Сығышы менән ошо райондың Һөләймән ауылынан.





Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға