«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 8 октябрь



08.10.2019 8 октябрь

Хәсәнов Илүс Хәсән улы (8.10.1949), рәссам. 1998 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Максимов ауылынан.

Искәндәров Зөфәр Ғүмәр улы (8.10.1964), спортсы, тренер. 1997 йылдан Салауат ҡалаһындағы «Снайпер» махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең уҡытыусы-тренеры, 2009 йылдан — «Олимп» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең өлкән уҡытыусы‑тренеры. Ҡышҡы полиатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Түбәнге Һаҙ ауылынан.





Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға