«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 6 октябрь



06.10.2019 6 октябрь

Солтанов Юнир Йонос улы (06.10.1954), дәүләт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 1998—2005 йылдарҙа Мәсетле районындағы «Ҡарағай» шифаханаһының баш табибы һәм директоры, 2005—2011 йылдарҙа Мәсетле район хакимиәте башлығы. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан.

Сафин Венер Рәсих улы (6.10.1964), хоккейсы, тренер. Спорт мастеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры. «Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.





Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға