«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 2 октябрь



02.10.2019 2 октябрь

Чанышев Әнүәр Хәйҙәр улы (2.10.1924—27.04.2017), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Полковник. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә «РФ Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Күҙәй ауылынан.

Әзмәтов Хәсән Әхмәтзыя улы (2.10.1939), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1987) атҡаҙанған уйлап табыусыһы, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1985). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иләкшиҙе ауылынан.

Шаһиев Харис Хызыр улы (2.10.1949), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1990—2000 йылдарҙа Ишембай район Советы рәйесе, район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының I—III һәм V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.





Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға