«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 30 сентябрь



30.09.2019 30 сентябрь

Ғәзиев Ислам Гәрәй улы (30.09.1929), хеҙмәт ветераны. 1949—1989 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой»» тресының ер ҡаҙыу эштәре буйынса махсуслашҡан идаралығының экскаватор машинисы һәм бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). СССР-ҙың газ сәнәғәте отличнигы (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Ҡорманай ауылынан.

Ризван Хажиев (30.09.1939—27.10.2013), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-филолог, журналист һәм яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1990—1995). Филология фәндәре кандидаты (1987), доцент. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡортостан Республикаһының (1991) Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (1999) һәм Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге (2004) премиялар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Һөләймән ауылынан.

Йомағолов Гәрәй Миңлеғәли улы
(30.09.1959), педагог, мәғариф өлкәһе эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1997—2002 йылдарҙа Бөрйән районы мәғариф бүлеге етәксеһе, 2009 йылдан —Иҫке Собханғол мәктәбе директоры. Район Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010). Сығышы менән ошо райондың Яңы Собханғол ауылынан.





Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға