«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 27 сентябрь



27.09.2019 27 сентябрь

Кириков Сергей Васильевич (27.09.1899—27.08.1984), ғалим-зоогеограф, эколог. 1937—1947 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының ғилми бүлек мөдире. Биология фәндәре докторы (1947). Сығышы менән элекке Смоленск губернаһы Алексино ауылынан.

Дадай Сергей Иеронимович
(27.09.1914—1988), төҙөүсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1960—1980 йылдарҙа «Туймазынефтестрой» тресының 5-се һәм 6-сы төҙөлөш идаралыҡтары начальнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1975). Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), «Почёт Билдәһе» (1966) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944) кавалеры. Туймазы ҡалаһының почётлы гражданы (1987). Сығышы менән хәҙерге Тверь өлкәһенең Торжок ҡалаһынан.

Сәйетгәрәев Халит Ғәбделкәрим улы (27.09.1939–2006), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1960–2000 йылдарҙа Кушнаренко районының Фрунзе исемендәге колхоз тракторсыһы. Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы (1993).

Фәтҡуллин Фәрит Миңнула улы (27.09.1949), журналист. 1975 йылдан «Кызыл таң» гәзите хеҙмәткәре. 1975 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының (1998) һәм Татарстан Республикаһының (2014) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2000), Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов] исемендәге (1996) һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәжит Ғафури — XXI быуат» мәҙәниәт фонды төбәк йәмәғәт ойошмаһының Мәжит Ғафури исемендәге (2008) премияһы лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Ҡорманай ауылынан.

Лоҡманов Давид Дамостан улы
(27.09.1959), ғалим-иҡтисадсы. 1986 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 1995—2001 йылдарҙа бухгалтер хисабы, аудит һәм финанс факультеты, 2005—2006 йылдарҙа — мәғлүмәт технологиялары һәм идара итеү факультеты деканы, 2009 йылдан — иҡтисад теорияһы һәм социология кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Үкәрле ауылынан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға