«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 25 сентябрь



25.09.2019 25 сентябрь

Ғәлимханов Кенәз Ғәле улы (25.09.1909–13.10.1991), ғалим-инженер-механик. 1946—1989 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1960–1971 йылдарҙа — материалдар ҡаршылығы кафедраһы мөдире, 1969—1973 йылдарҙа — авиация двигателдәре факультеты деканы. Техник фәндәр кандидаты (1951). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1967), СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1972). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Мәскәү ауылынан.

Роберт Ғәзизов (25.09.1939), композитор, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, музыкаль-йәмәғәт эшмәкәре. 1974 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1978—1992 йылдарҙа Башҡортостан Композиторҙар союзының идара рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1984). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).

Ишемова Ғилминур Фәтхулла ҡыҙы
(25.09.1939), хеҙмәт алдынғыһы. 1957–1994 йылдарҙа Хәйбулла районының «Аҡъяр» һәм «Быҙаулыҡ» совхоздары һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1981). Сығышы менән ошо райондың Аҡъяр ауылынан.

Саттаров Рафаил Исмәғил улы (25.09.1944), хеҙмәт ветераны. Көйөргәҙе районы «Искра» хужалығының элекке баш зоотехнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.





Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға