«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 24 сентябрь



24.09.2019 24 сентябрь

Хәсәнов Шамил Камил улы (24.09.1919 — 14.04.1981), уҡытыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1957), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1965). 1937—1981 йылдарҙа Мәсетле районы мәктәптәрендә эшләй. 1938—1940 йылдарҙа Ҡорғат ете йыллыҡ, 1954—1968 йылдарҙа Оло Аҡа урта мәктәптәре директоры. Сығышы менән Оло Аҡа ауылынан.

Смирнов Владимир Вячеславович
(24.09.1949), спортсы, тренер. Өфө ҡалаһындағы «Динамо» физкультура-спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе. 1984—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының йыйылма командаһы тренеры. Ғәмәли янғын спорты буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1972). СССР (1975—1978) һәм РСФСР (1976) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Магадан өлкәһенең Нексекан ҡасабаһынан.

Сәлмән Ярмуллин (24.09.1969), журналист, 1991 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 2006 йылдан «Аманат» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2018). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009) һәм мәғариф отличнигы (2009). Республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (1998) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы (2005) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылынан.





Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға