«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 23 сентябрь



23.09.2019 23 сентябрь

Фёдоров Сергей Иванович (23.09.1939—3.04.2010), ғалим-агроном. 1968—2009 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Бәләкәй Александровка ауылынан.

Гришин Александр Николаевич
(23.09.1949), профсоюз эшмәкәре. Сәнәғәттең нефть, газ тармаҡтары һәм төҙөлөш хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы Энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе.

Катаев Валерий Алексеевич (23.09.1964), ғалим-провизор, 1990 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2012 йылдан — фәнни һәм инновацион эштәр буйынса проректор. Фармацевтика фәндәре докторы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.





Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға