«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 22 сентябрь



22.09.2019 22 сентябрь

Ватолин Иван Вениаминович (22.09.1929), хеҙмәт һәм тыл ветераны. 1958–1989 йылдарҙа Ҡариҙел районы «Урғыш» совхозы водителе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.

Рөстәм Асанбаев
(22.09.1954—26.05.2016), СССР һәм Рәсәй музыканты, йырҙар авторы. DDT төркөмөнөң беренсе составы гитарасыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың улы.

Голдобин Сергей Анатольевич (22.09.1954—21.01.2011), архитектор. 1990—2011 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. 1985 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1992) архитекторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2000). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород ҡалаһынан.



Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға