«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 16 сентябрь



16.09.2019 16 сентябрь

Хәбирйәнов Илфир Хәбирйән улы (16.09.1934—14.01.2007), хеҙмәт алдынғыһы. 1966—1996 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе ташсыһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1989). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Мәскәү ауылынан.

Сергиенко Иван Викторович
(16.09.1969), ғалим-иҡтисады һәм педагог, 1992 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2000), педагогия фәндәре докторы (2006). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан.

Рөстәм Ғиззәтуллин (16.09.1974), йырсы, композитор, продюсер. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2016). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылынан.





Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға