«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 12 сентябрь



12.09.2019 12 сентябрь

Бондаренко Григорий Трофимович (12.09.1934), хеҙмәт алдынғыһы. 1957–1989 йылдарҙа «Авиаспецмонтаж» берекмәһенең слесарь-монтажсыһы, бригадиры, мастеры һәм прорабы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Одесса өлкәһе Викторовка ауылынан.

Нуртдинова Вилә Ваһап ҡыҙы (12.09.1934), журналист, «Два выходных» гәзитенең баш мөхәррире. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Владимир Спиваков (12.09.1944), дирижёр, скрипкасы, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1990). «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының тулы кавалеры (2019). СССР-ҙың (1989) һәм Рәсәйҙең (2012) Дәүләт премиялары лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.

Дилмөхәмәтов Рәмил Хөрмәт улы (12.09.1954), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2013—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең етәксе урынбаҫары, 2017-2018 йылдарҙа «Башкирдортранспроект» институты директоры. Башҡортостан Республикаһының I һәм II саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы һәм «Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Яңы Масҡары ауылынан.





Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға