RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

01.10.2019 1 октябрь

Бөгөнгө юбилярҙарКрашенников Ипполит Михайлович (1.10.1884—27.10.1947), ғалим-геоботаник һәм фитогеограф. СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан комплекслы экспедицияһы составында үҫемлектәрҙең республика биләмәләрендә таралыуын һәм характерын билдәләүсе дөйөм физик‑географик шарттарҙы өйрәнеүсе, үҫемлектәрҙең зональ төрҙәрен тасуирлаусы. Биология фәндәре докторы (1934), профессор (1939). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1947). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1945). Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.

Шәрипов Айрат Хәйҙәр улы (1.10.1929—9.01.2015), ғалим-химик‑технолог. 1960 йылдан Нефтехимия производстволары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1968 йылдан – лаборатория мөдире; 1993—2008 йылдарҙа — Нефтехимия һәм катализ институтында ғилми төркөм етәксеһе һәм төп ғилми хеҙмәткәр. Техник фәндәр кандидаты (1965). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1979). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылынан.

Ғәзим Шафиҡов
(1.10.1939—28.01.2009), Башҡортостандың рус телендә ижад иткән шағиры, прозаик, драматург, сценарист, публицист, тәржемәсе һәм фольклорсы. 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2004). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1992), Сергей Чекмарёв исемендәге (1989), Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге (1992), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (1995), Рәми Ғарипов исемендәге (1998) премиялар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Ҡырғыҙ Республикаһының баш ҡалаһы Бишкәктән.

Маркушев Михаил Вячеславович (1.10.1959), инженер‑механик. 1981 йылдан «Тантал» махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһы хеҙмәткәре, 1990 йылдан — Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1995 йылдан — сектор, 2007 йылдан — лабораторя мөдире. Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.

Назаров Айрат Әхмәт улы (1.10.1959), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Байыш ауылынан.




Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: vk.com






Башҡа көндәрҙең юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар1 ноябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар19 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар18 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар17 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар16 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар15 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар14 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар13 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар12 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар11 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар10 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар9 октябрь юбилярҙары



    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent