RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

17.09.2019 17 сентябрь

Бөгөнгө юбилярҙарЗакиров Мөхәмәтхан Хажи улы (17.09.1934—5.06.1996), ғалим-библиограф. 1956—1963 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының библиография бүлеге мөдире, 1963—1973 йылдарҙа — директор урынбаҫары, 1973—1995 йылдарҙа — директоры. Педагогия фәндәре кандидаты (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Үктәй ауылынан.

Аҙнаев Салауат Сәйфулла улы
(17.09.1939–19.01.2012), инженер-химик, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1992—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының тышҡы бәйләнештәр министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Дуҫлыҡ (1999) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылынан.

Измайлов Руслан Борисович
(17.09.1939–5.02.2002), ғалим-инженер-технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1970 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, 1979 йылдан — химик‑технологик процестар кафедраһы мөдире, 1984 йылдан —Салауат филиалы директоры. Техник фәндәр кандидаты (1973), профессор (1995). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы. СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡарағанда өлкәһе Олотау районы Ҡарсаҡбай ҡасабаһынан.

Риф Мифтахов
(17.09.1939), шағир, журналист, тәржемәсе. 1976 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар, 1970 йылдан — Журналистар союздары, 1997 йылдан —Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Кинйәбулат ауылынан.

Яҡупов Мансур Ҡалтай улы (17.09.1939—27.09.1973), биҙәү-ғәмәли сәнғәт рәссамы, скульптор. 1965 йылдан РСФСР Художество фондының Башҡортостан бүлексәһе рәссамы. 1968 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1969). Сығышы менән хәҙерге Волгоград өлкәһенең Яңы Урусовка ауылынан.




Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ






Башҡа көндәрҙең юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар1 ноябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар19 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар18 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар17 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар16 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар15 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар14 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар13 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар12 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар11 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар10 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар9 октябрь юбилярҙары