RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

15.09.2019 15 сентябрь

Бөгөнгө юбилярҙарКурнаев Сергей Фёдорович (15.09.1909—22.07.1992), ғалим-геоботаник, урмансы. 1935—1944 йылдарҙа Өфөләге Башҡортостан тупраҡ‑ботаника бюроһы хеҙмәткәре, Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы. «Башҡорт АССР‑ының үҫемлектәр донъяһы картаһы»ның беренсе баҫма (1941) авторы. Биология фәндәре кандидаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһенең Павлов Посад ҡалаһынан.

Ромашкин Иван Данилович (15.09.1909—26.09.1998), 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Танк бригадаһының мотоуҡсылар батальоны командиры, гвардия майоры (1956). Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Волгоград өлкәһенең Суровикин районы Суворов станицаһынан. 1956 йылдан Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

Абдуллин Мансур Иҙиәт улы (15.09.1919—8.06.1996), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, педагог. Еңел артиллерия полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1970). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан.

Пантелькин Анатолий Александрович (15.09.1919—14.03.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, авиация полкының эскадрилья командиры, майор. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Кирюшкин ауылынан.

Афридонов Миҙхәт Вафа улы (15.09.1924—20.07.2000), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1958 йылдан КПСС-тың Октябрьский ҡала комитеты секретары һәм беренсе секретары, 1970—1980 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының сауҙа министры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының VI—IX саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1980). Ике I дәрәжә Ватан һуғышы (1966, 1985) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966, 1971) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Төркмәнстандың Киң Арал ауылынан.

Киняшов Михаил Александрович
(15.09.1924—2.06.1995), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының миномет расчеты командиры, гвардия кесе сержанты. Дан орденының тулы кавалеры. Благовещен ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо ҡаланан.
Лосев Михаил Николаевич (15.09.1929), хеҙмәт ветераны. 1948 йылдан «Башнефтезаводстрой» тресының, 1968—1989 йылдарҙа — Өфө проект‑төҙөлөш берекмәһенең тимер-бетон конструкциялар монтажсыһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1974). СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1975). Ленин (1971) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Дмитриевка ауылынан.

Ризуанов Наил Мәсәлим улы (15.09.1929—6.04.2012), ғалим-тау инженеры, нефть сәнәғәте эшмәкәре. 1972—1995 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең генераль директор урынбаҫары, артабан 2002 йылғаса — генераль директорҙың кәңәшсеһе. Техник фәндәр кандидаты (1983). Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең (1993) һәм Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1972), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1999). Октябрь Революцияһы (1986) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976, 1981) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Уҫман ауылынан.

Саяпов Искәндәр Әғзәм улы
(15.09.1934—8.07.2008), сценограф, рәссам. 1985—1997 йылдарҙа Туймазы татар дәүләт драма театрының баш рәссамы. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1994). Халыҡ театрҙарының зона смотры (Өфө, 1973), Бөтә Рәсәй СССР художество вуздары студенттарының диплом эштәре күргәҙмәһе (Ленинград, 1978) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Шишмә-Борай ауылынан.
Хәсәнов Зекерйән Әхтәм улы (15.09.1934—2016), хеҙмәт алдынғыһы. 1970—1980 йылдарҙа Салауат районы «Һарғамыш» совхозының тракторсы-машинисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы. Ленин ордены кавалеры (1972). Салауат районының почётлы гражданы (2015). Сығышы менән ошо райондың Шәрип ауылынан.

Сәғәҙиев Наил Һаҙый улы (15.09.1939), хеҙмәт ветераны. 1955–2001 йылдарҙа Баймаҡ районы «Йылайыр» совхоз-техникумы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1989). III дәрәжә Хеҙмәт Даны (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры.

Аверьянов Вячеслав Юрьевич (15.09.1959), хәрби хеҙмәткәр, I класлы лётчик-һынаусы. Капитан (1985). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). Рәсәйҙең атҡаҙанған лётчик-һынаусыһы (2006). Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (2015). Сығышы менән ошо ҡаланан.

Мифтахов Альберт Ленар улы
(15.09.1959—11.09.2014), йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-философ. 2012—2014 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе. 2014 йылдың ғинуар—сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары. Философия фәндәре кандидаты (1987). Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.

Руденко Олег Анатольевич (15.09.1959), хужалыҡ эшмәкәре. 2006-2010 йылдарҙа Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.




Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ
Источник: ba.wikipedia.org






Башҡа көндәрҙең юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар1 ноябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар19 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар18 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар17 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар16 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар15 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар14 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар13 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар12 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар11 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар10 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар9 октябрь юбилярҙары



    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent