«Йәшлек» гәзите » Выборы - 2018 » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әбйәлилдәр әүҙем



09.09.2018 Әбйәлилдәр әүҙем

Әбйәлилдәр әүҙем
Әбйәлил районының Ташбулат ауылында урынлашҡан 802-се һайлау участкаһы рәйесе Вәсилә Мөхәмәтдинова: "Беҙҙең һайлау участкаһында һайлаусыларҙың әүҙемләшеүе, ғәҙәттә, киске сәғәттәрҙә күҙәтелә. Халыҡтың күпселеге яҡын тирәләге ял йорттарында эшләгәнлектән, улар эштән һуң килеп тауыш бирә. Һайлаусылар исемлегендә 1063 кеше", ти.
Әйткәндәй, "Яҡтыкүл" шифаханаһы үҙенең хеҙмәткәрҙәрен һайлауға килеү өсөн көндөң тәүге яртыһында уҡ автобус менән тәьмин иткән.

Һүрәттәрҙә: Билаловтар һайлауға бөтә ғаилә менән килгән.
Төрлө партияларҙан күҙәтеүселәр эшләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға