«Йәшлек» гәзите » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы » Улар беҙгә үҙ атай-әсәбеҙҙәй ғәзиз!



21.02.2017 Улар беҙгә үҙ атай-әсәбеҙҙәй ғәзиз!

Улар беҙгә үҙ  атай-әсәбеҙҙәй ғәзиз!Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында биш тиҫтә йылдан ашыу матур ғүмер кисереүсе ҡайны-ҡәйнәбеҙ Мөхтәр һәм Мәрғүбә Сафиуллиндарҙың, татыу йәшәгеҙ, тигән наказын тотоп, гөрләтеп йәшәйбеҙ.

Яратаһығыҙ, яҡлайһығыҙ,
Үҙ балағыҙҙай күреп,
Хоҙай һеҙгә һаулыҡ бирһен,
Бәхеттәр бирһен үреп!
Ят бәпкәне ояһында
Инә ҡош та бит һаҡлай,
Һеҙ ҙә беҙҙе үҙ иттегеҙ,
Һис кенә ситкә ҡаҡмай.
Ошо юлдарҙы беҙ ихлас күңелдән оло ихтирам һәм дә сикһеҙ яратыу-һөйөү йөҙөнән ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле, һөйөклөләрҙән-һөйөклө, берҙән-бер ғәзиз кешеләребеҙ – ҡайныбыҙ менән ҡәйнәбеҙ Мәрғүбә менән Мөхтәр Сафиуллиндарға бағышлайбыҙ. Улар бына инде биш тиҫтә йылдан ашыу бергә матур, татыу ғаилә булып, Баймаҡ районының күркәм тәбиғәтле Үрге Яйыҡ-бай ауылында көн итә. Үҙҙәренең ғаилә тарихы, эшмәкәрлектәре тураһында яҙа башлаһаң, гәзит биттәрендә урын да етмәҫ хатта. Шуға күрә беҙ, уларҙың балалары менән ҡауышып, бергә донъя ҡороп йәшәгән бер төркөм кейәү-килене булараҡ, үҙ арабыҙҙа булған иң күркәм мөнәсәбәттәр тураһында ғына бәйән итмәксебеҙ.
Ҡайны-ҡәйнәбеҙҙең матур ғаиләһендә бер-бер артлы ете бала – арыҫландай дүрт ир-егет һәм хур ҡыҙҙарылай гүзәл өс ҡыҙ донъяға килеп, бик лайыҡлы тәрбиә алып үҫкәндәр. Хәҙерге көндә, Аллаға шөкөр, барыбыҙ ҙа иҫән-һаубыҙ һәм күптән үҙ донъяларыбыҙҙы ҡороп, үҙ-ара ҡатнашып йәшәйбеҙ. Арабыҙҙа хәҙер үҙҙәре үк ҡайны-ҡәйнә булып етешеп, ейән-ейән­сәр­ҙәр һөйөп йөрөгәндәр ҙә бар. Быларҙың барыһы ла үҙ ҡайны-ҡәйнәбеҙ өлгөһөнән килә. Беҙ улар йортона кейәү-килен булып төшкән тәүге көндән үк ҡайным менән ҡәйнәбеҙҙең беҙгә ҡуйған: «Татыу булығыҙ, үҙ-ара ҡатнашып, бер-берегеҙҙе хөрмәтләп йәшәгеҙ», – тигән наказын тотоп йәшәйбеҙ. Үҙ сиратында бала-ларыбыҙға ла шуны туҡып торабыҙ. Сөнки ололар әйткән һүҙ алтынға бәрәбәр ул.
Кейәүҙәр, ғәҙәттә, бер-береһен һынап ҡарарға ярата. Был йәһәттән өс кейәү беренсе көндәрҙән үк бер-береһенән «имтихан» алып өлгөргән. Улар һәр саҡ ҡайны-ҡәйнә йортона ҡунаҡҡа килгән ваҡытта мотлаҡ бесән, утын әҙерләү кеүек ниндәй ҙә булһа берәй дөйөм эшкә эләгеүсән (ни тиһәң дә, ауыл ере бит). Ике өлкән бажаның йәш кейәүҙе кәбән һалған ваҡытта нисек итеп эшләтеп, үҙҙәре әйткәнсә, «курс молодого бойца» аша үткәреүҙәрен һәм тик шунан һуң ғына «бажа» статусы биреүҙәрен әле лә көлөп иҫләйҙәр. Әле лә күрешкән саҡтарында бер-береһе менән мәрәкәләшеп, бала-саға кеүек шаярышып алалар. «Ҡайны-ҡәйнәбеҙҙе үҙ ата-әсәбеҙ кеүек күрәбеҙ. Уларҙың әйткәндәре – беҙҙең өсөн закон», – ти кейәүҙәр. Был, ысынлап та, шулай, йәш яғынан үҙҙәре үк ололарҙың үксәһенә баҫып тигәндәй килһәләр ҙә, бажалар һәр саҡ ҡайны-ҡәйнәнең кәңәштәренә, ярҙамдарына мохтаж.
Килендәр иһә бер-береһен ҡа­батларға тырыша. Мәҫәлән, «ул шун­дай күлдәк һатып алған икән, ниңә әле миндә лә шундай булмаҫҡа тейеш» йәки, кемеһенәлер яҡын туғандарҙың береһе йә ҡайны-ҡәйнәһе ҡунаҡҡа килеп сыға ҡалһа, мотлаҡ ҡалғандары ла үҙҙәренә саҡырып алырға ашҡына. Берәй сәбәп менән тегеләре килмәй ҡайтып китһә, беҙгә, исмаһам, берәй биш-ун минутҡа булһа ла инеп сыҡманылар, тип бошоналар. Донъяның төрлө сағы була тигәндәй, ҡайһы саҡ үҙ-ара үпкәләшеп алһалар ҙа, тиҙ арала ҡабаттан ярашып-килешергә атлығалар.
Балаларға килгәндә, уларҙың ял, байрам көндәрендә ауылға ҡарта-тай менән өләсәй янына эҙ һы­уытмай даими барып йөрөүҙәре үҙе үк бәхет түгелме ни? Шөкөр, «баланың балаһы балдан татлы» тигәндәй, ҡайны-ҡәйнәбеҙ беҙҙең балаларҙы айырып ҡарамай, барыһын да берҙәй тиң күреп ярата, һағынып көтөп ала. Балалар уларға йорт, хужалыҡ эштәрендә беренсе яр­ҙамсы. Ҡайны-ҡәйнәбеҙ беҙҙе, ул-ҡыҙҙарыбыҙҙы балаларға ҡарата иғтибарлы, өлгөлө булырға өйрә-тә. Уларҙың: «Үҙ балаларығыҙҙы үҙе­­геҙ генә көтөгөҙ», – тигән һүҙҙәрендә генә лә оло мәғәнә ята. Сөнки бәғзе ата-әсәләрҙең «йәшел йылан» ҡотҡоһона бирелеп, үҙ ба­лаларынан баш тартыуы, уларға ҡул күтәреүе һәм хатта кескәй йәндәрен ҡыйыуға тиклем барып етеүҙәре йәшерен нәмә түгел. Ҡайным менән ҡәйнәмдең барыһынан да бигерәк ейән-ейәнсәрҙәрен хәстәрләп, ҡурсалап тороуы һөйөндөрә. Балаларҙың тыуған көндәрендә бүләк-күстәнәстәр әҙерләп һәр береһен ҡотлайҙар, аҡсалата ярҙам да күрһәтәләр. Балалар бәләкәй саҡта сирләһә, йоҡлай алмай мыжыһа, һәр саҡ беҙҙең янда булдылар. Ҡәйнәбеҙ төрлө дарыу үләндәренән төнәтмә яһап эсереү, ҡот ҡойоу, «бүре ауыҙы» аша үткәреп имләү, эс һылау, һелкенгән мейене урынына ултыртыу кеүек халыҡ ысулдарын белә һәм уларҙы оҫта ҡуллана. «Дарыуҙар­ҙың бер фай­ҙаһы ла булмай, ә бына ошо им-томдар барыһына ла килешә», – ти ул һәм шуларҙы беҙгә лә өйрәнеп ҡалырға ҡуша. Ҡайныбыҙ барыбыҙҙың да бала-сағаһына үҙ ҡулдары менән сәңгелдәк яһап бирҙе. Әле лә ул ҡул ярҙамынан ташламай. Ҡартмын тип тормай, һәр бер балаһының донъяһын хәстәрләп: «Әйҙә, фәлән-фәлән эшеңде башҡарып ҡуяйыҡ, нимә ҡарап ятаһығыҙ һаман?» – тип йәүкәләп килеп тә етә.
Ғөмүмән, ҡайны менән ҡәйнәбеҙ тураһында яҙырға ниәтләгәнебеҙ ҡыҫҡаса ошолар инде. Беҙ уларҙы бик яратабыҙ, ғүмеребеҙ буйына бурыслыбыҙ, үҙ ата-әсәбеҙҙәй күрәбеҙ, оло ихтирам менән бар йөрәктән оло рәхмәттәр белдереп, ысын күңелдән улар алдында баш эйәбеҙ. Шулай уҡ ҡайныбыҙҙы Ва-тан һаҡсылары көнө, ә ҡәйнәбеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән алдан уҡ ҡотлап, уларға бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәхет-шатлыҡ, оҙон-оҙаҡ ғүмер, балалар ҡыуанысы һәм, әлбиттә, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ!

Барса килендәре һәм кейәүҙәре.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға