«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » һорау-яуап



02.05.2014 һорау-яуап

Пенсияһыҙ ҡалмаммы?

Миңә 54 йәш. Әлеге ваҡытта бер ҡайҙа ла эшләмәйем, мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торам. Пенсияға сығыр өсөн документтар юллай башлағас, шул асыҡланды: хеҙмәт кенәгәмдә атайымдың исемендә хата киткән. Был хатаны төҙәтергә кәрәкме? Әллә ҡурҡыныс юҡмы?
Зөлфирә ҠӘЙЕПҠОЛОВА.
Мәләүез ҡалаһы.
Эйе, һеҙҙең был юҫыҡта проблемаларығыҙ тыуасаҡ. Бындай осраҡтарҙа Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәренә түбәндә күрһәтелгән документтарҙы алып барырға тура киләсәк:
– тыуыу тураһында таныҡлыҡ,
– мәктәпте тамамлау тураһындағы аттестат,
– диплом (һөнәри урта йәки юғары белем тураһында),
– балаларығыҙҙың тыуыу таныҡлыҡтары.
Һеҙ килтергән бөтә документтар ҙа Пенсия фондында ҡарала. Мәсьәлә ыңғай хәл ителмәһә, судҡа ғариза бирегеҙ. Унда хеҙмәт кенәгәһе тап һеҙҙеке икәнлеген дәлилләгеҙ. Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре ярҙам итеүҙән баш тартҡан саҡта уларға протокол төҙөлә. Ҡаушап, туҡтап ҡалмағыҙ.

Тағы яңы тарифтар...

Һеҙгә Салауат районынан Рәйсә тигән ханым яҙа. Күптән түгел фатир өсөн түләргә квитанция килеп төштө. Ҡағыҙҙың арт яғында электр энергияһына буласаҡ яңы тарифтар күрһәтелгән. Төбәктәр буйынса тарифтар өс төргә бүленгән.
Тәүгеһе – энергияны көсөргәнешле тотоноу осоро, икенсеһе – уртаса һәм өсөнсөһө – төнгө ваҡытта. Быны нисек аңларға?
Төрлө тарафта йәшәүселәр категорияларға бүленә:
1) газ плиталары ҡулланған ҡала халҡы;
2) электр плиталары тотонған ҙур ауылдарҙа йәшәүселәр;
3) ауыл халҡы.
Һәр бер категорияның үҙ тарифтары бар. Төбәктәр буйынса тарифтар­ҙың бүленеүе электр энергияһы хаҡының үҙгәреүенә бәйле. Ғәҙәттә, көндөҙ һәм кисен ул максималь ҡулланыла. Төндә ҡулланыу түбәнәйгәс, хаҡ та арзаная.

Эш хаҡын түләгеҙ!

Мин ике ай буйы хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуймайынса эшләнем. Башта яҡшы ғына эш хаҡы түләнеләр, ә бына 12 мартта эштән сыҡҡанда, ревизия үткәс түләрбеҙ, тинеләр. 21 көн үткәс, ревизия булды, шылтырат­һам, иртәгә үҙебеҙ шылтыратырбыҙ, тип трубканы һалдылар. Көттөм, шылтыратыусы булманы. Аптырап, тағы шылтыратһам, аҡса былай ҙа әҙ, һиңә бер нәмә лә бүленмәне, тигән яуап алдым. Ә бында минең ғәйебем бармы ни? Өс аҙна инде башҡа ерҙә эшләп йөрөйөм, тир түгеүем бушҡа киттеме? Тағы миңә: “Ә һин үҙеңдең беҙҙә эшләп киткәнеңде иҫбатлай алаһыңмы?” – тиҙәр. Минең шаһиттарым етерлек, был осраҡта нимә эшләргә? Зинһар, ярҙам итегеҙ.
Алина.
Өфө ҡалаһы.
Һеҙ эш хаҡығыҙҙы аҙаҡҡы эш көнөндә алырға тейеш инегеҙ. Проблеманы хәл итер өсөн ғариза менән Хеҙмәт буйынса дәүләт инспекцияһына, прокуратураға һәм судҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Мотлаҡ рәүештә шаһиттарығыҙ булһын, һеҙ уларҙың дәлилдәренә таяна алаһығыҙ.


Бурысымды ҡайтарһын

Бер кеше минән 120 мең һум аҡса алып торҙо. Расписканың срогы бер аҙна элек үтте. Аҡсаны ҡайтарманы. Бурысты ҡайтартыу тураһында суд ҡарары алыр өсөн ниндәй документтар тапшырырға кәрәк?
Р. СУФИЯНОВА.
Учалы ҡалаһы.
Иң тәүҙә бурыслы кеше өҫтөнән, расписка буйынса бирелгән аҡсаны кире ҡайтарыуҙа ярҙам итеүен һорап, судҡа ғариза яҙыр­ға кәрәк. Ул хатаһыҙ һәм аңлайышлы итеп яҙылһын, был тәңгәлдә юрист менән бергә эшләү дөрөҫ булыр. Шуға ҡушып, аҡсаның күләменә ҡарап, дәүләт пошлинаһын түләү тураһында квитанция, расписка, бурысҡа алған кешегә бәйле башҡа документтар (булһа) тапшырыла.

Әрмегә барырға тейешменме?

Быйыл мин бакалавр дипломын аласаҡмын. Артабан белемемде камиллаштырырға үҙебеҙҙең факультеттың магистратураһына уҡырға инәм. Әрме сафына ваҡытлыса кисектереп тороу (отсрочка) биреләме?
Заһир ИҘЕЛБАЕВ.
Өфө ҡалаһы.

“Хәрби хеҙмәт һәм хәрби бурыс тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, әрме сафына барыуҙы кисектереп тороуҙы дәүләт һәм дәүләттән тыш аккредитацияланған юғары белем биреү йорттары бирә. Был осраҡта студент аккредитациялы уҡыу программаһы буйынса көндөҙгө бүлектә уҡырға тейеш. Әгәр ҙә вуз аккредитация үтмәгән булһа, йә студент ситтән тороп уҡыһа, кисектереү бирелмәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға