«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Доғаларҙың шифаһы



02.05.2014 Доғаларҙың шифаһы

Доғаларҙың шифаһы Ҡырмыҫҡалы районының Сахай ауылында йәшәүсе Сәймә әбейҙең уй-теләктәре изге
– Үтегеҙ, үт, балаҡайҙарым, ни йомош менән килдегеҙ? – тип ихлас йылмайып ҡаршы алды беҙҙе асыҡ сырайлы, зәңгәр күҙле әбей.
– Сәймә әбей, ҡот ҡояһығыҙ, өшкөргән тынығыҙ балаға килешә, тип ишетеп килдек, – тигәс, ул тыйнаҡ ҡына, ярҙамым тейһә, бик яҡшы булыр, тип, сабыйҙы ҡарарға кереште.
Сәймә Ғибәҙулла ҡыҙы көйлө тауышы менән Ҡөрьән сүрәләрен уҡып, улыбыҙҙы өшкөрөп бөткәс:
– Йәш балаға күҙ тейеп барыусан була, атай-әсәйҙең күҙе бигерәк тә ныҡ тейә. Балаға, собханалла, тип ҡарағыҙ, – тип кәңәштәрен бирҙе.
Уҡымышлылығы, тәрбиәлелеге йөҙөнә сыҡҡан Сәймә Хөсәйенова шулай һәр саҡ кешеләргә ярҙам итә. Кәңәш, фатиха һорап килеүселәр менән ихлас һөйләшеп ултырырға гел дә ваҡыт тапҡан ағинәй мотлаҡ тәмле сәйен дә эсереп сығара – ҡунаҡсыллығына хайран ҡалырһың! Фельд­шерлыҡ пунктында 54 йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Сәймә Ғибәҙулла ҡыҙының традицион медицина буйынса ла белеме көслө. Уны уҡытыусылар йыш ҡына әхлаҡ темаларына үткәрелгән синыф сәғәттәренә саҡыра. Өйөнә килгән ҡыҙҙар менән дә тыйнаҡлыҡ, әҙәплелек тураһында әңгәмәләр алып бара – был матур ғәҙәткә әйләнгән. Ялға ҡайтҡан студенттар изге йәнле әбейҙең хәлен белеп, уға хәйер биреп, күңелдәрен тынысландырып китә. Ҡөрьән мәжлестәренән ситтә ҡалмаған ағинәйҙең өшкөрөүе, ҡот ҡойоуы сабыйҙарға бик тә килешә.
Тыл ветераны, һаулыҡ һаҡлау отличнигы, социалистик ярыштар еңеүсеһе Сәймә Ғибәҙулла ҡыҙының йәш саҡтарын иҫләүен тыңлау үҙе бер кинәнес – мауыҡтырғыс итеп һөйләү оҫталығына эйә.
– Өфөлә уҡып йөрөгәндә, трам­вай­ға тигән өс тин аҡсаны тотонмаҫ өсөн Крупская урамынан Совет дауаханаһы урамына тиклем йәйәү йөрөнөм, – тип хәтер йомғағын һүтә ул. – Һуңынан шул аҡсаға кеҫәл алып эсә инем. Хәрәкәттә – бәрәкәт, күберәк хәрәкәтләнергә кәрәк! 86 йәшендә ярты кәүҙәһен фалиж һуҡҡан әсәйем дә тик хәрәкәтләнеү арҡаһында кеше көнлө булып ятманы, һуңғы көндәренәсә үҙен-үҙе ҡараны, 90 йәшендә вафат булып ҡалды. Бала табыу йортонда (родильная хата тип аталды) эшләгән йылдарымды һағынып иҫкә алам. Үҙем акушер ҙа, хирург та, тиҙ ярҙам күрһәтеүсе лә булдым. Ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла, юғалып ҡалмайынса, тәүге ярҙамды күрһәтергә тырыштым. Шөкөр, мин кендек әсәһе булған сабыйҙар хәҙер үҙҙәре атай-әсәй, олатай-өләсәй булып бөттө. Улар мине, ағинәй, өләсәй, тип йөрөтәләр. Тормош иптәшем менән бик матур ғүмер кисер­ҙек. Бер-беребеҙгә ауыр һүҙ әйтмәнек, бик татыу, күптәргә өлгө булырлыҡ итеп йәшәнек. Ул уҡытыу­сы булып эшләне. Ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Ә доғалар, сүрә­ләр­ҙе ят­тан белеүем атай-әсәйемдең, ҡайны-ҡәйнәмдең дин кешеләре булыуынан киләлер, тип уйлайым. Бына туғыҙ йыл инде яңғыҙым донъя көтәм. Бер йылды күҙ алдымда аҙбарым янып юҡҡа сыҡты. Аллаһы Тәғәлә ауырлыҡ­тар­ҙы кешене һынап ҡарау өсөн ебәргәнен аңлап, сабырлыҡ һаҡлар­ға тырыштым. Әлдә ауылдаштарым, туған-тыумасаларым бәлә менән яңғыҙ ҡалдырманы, уларға рәхмәтем әйтеп бөтөргөһөҙ. Балаларым да йыш ҡайтып, ярҙам итеп тора.
Хәмерҙе ауыҙыма ла алғаным булманы, күп хәрәкәт итергә тырыштым – сәләмәт йәшәү сере шул.
Тәрән зиһенле, нурлы йөҙлө, абруйлы Сәймә әбей, 85-се йәше менән барыуына ҡарамаҫтан, өйөн таҙа, бөхтә тота. Тәҙрә төптәрен үҙе яратып үҫтергән бүлмә гөлдәре биҙәй, йорт-ҡаралтыһы ла төҙөк. Бына шулай үҙе лә, донъяһы ла матур була күңеле гүзәл кешенең.

Гөлсәсәк АЛАСОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.









Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға