«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Күгәрсендәр менән гөрләшеп...



25.04.2014 Күгәрсендәр менән гөрләшеп...

Күгәрсендәр менән гөрләшеп...Морат Сөләймәновтың ҡошсоҡтары мәктәптәге сығарылыш кисәләренең, туй тантаналарының сағыу биҙәгенә әүерелә
Бәғзе кешеләрҙең йәшәйешенә, һәр көнөнән йәм таба белеүенә, матурлыҡты күрә белеүенә хайран ҡалаһың. Баймаҡ районының Октябрь ауылында йәшәгән Морат Мөхтәр улы Сөләймәновтың шөғөлө – күгәрсендәр үҫтереү.

Морат ағай тыныслыҡ ҡошо булып һаналған күгәрсендәр менән бала саҡтан мауыға. Хәҙер дүрт бала атаһы, бер ейәнсәре булған ҡартатайҙың 150 күгәрсене бар. Морат Мөхтәр улы үҙенең күгәрсендәре өсөн ике ҡатлы итеп өй ҙә эшләп ҡуйған, уны һүрәттәр менән биҙәгән. Ул аҫраған ҡоштарҙың төрлөһө бар. Хәҙерге ваҡытта Морат Мөхтәр улы почта күгәрсендәрен хат ташырға өйрәтә башлаған. Уларҙы Сибай ҡалаһына алып барып ҡалдырған. Күгәрсендәр имен-һау әйләнеп ҡайтҡан. Хәҙер Морат ағай араны Магнитогорск ҡалаһына тиклем еткерергә уйлай. Тормош иптәше Зилә апай иренең мауығыуын яратып һәм аңлап ҡабул итә. Хәйер, ауылда барыһы ла күгәрсендәре менән дан алған Морат Сөләймәновҡа оло ихтирам менән ҡарай. Йыш ҡына Морат ағайҙың ҡошсоҡтары мәктәптәге сығарылыш кисәләренең, туй тантаналарының сағыу биҙәгенә әүерелә. Балалар, хатта өлкәндәр ҙә күгәрсендәр­ҙе һауаға сөйөүҙән ҙур шатлыҡ кисерә.
Сөләймәновтар балаларын үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырыу, уларҙы кешелекле-кеселекле, хеҙмәт һөйөүсән итеп тәрбиәләү өсөн бар көсөн һалған. Морат Мөхтәр улы мәктәптә ҡарауылсы булып эшләй, яҙлы-көҙлө кешеләргә һарыҡ көтөүен ойошторорға ярҙам итә. һәр ерҙә лә маҡтаулы ул! Шулай ҙа буш ваҡыты булыу менән Морат Мөхтәр улы күгәрсендәре янына ашыға. Бар ил яратып ҡараған “Любовь и голуби” кинофильмының төп геройы кеүек кешеләр беҙҙең яныбыҙҙа ғына йәшәй. Күгәрсендәре менән улар­ҙың телендә гөрләшкән, үҙе кеүек ошо шөғөлдө үҙ итеүселәр менән осрашҡан, төрлө күгәрсен күргәҙмәләренә йөрөгән Морат Сөләймәнов – күңел матурлығы өлгөһө ул.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға