«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Май



25.04.2014 Май

Байрамдар, иҫтәлекле көндәр
Май
1 – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы.
– Рәғәиб кисе.
3 – Ҡояш көнө.
7 – Радио һәм барлыҡ элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө.
9 – Еңеү көнө.
12 – Бөтә донъя шәфҡәт туташтары көнө.
15 – Халыҡ-ара ғаилә көнө.
18 – Халыҡ-ара музейҙар көнө.
24 – Славян яҙыуы һәм мәҙәниәте көнө.
25 – Химиктар көнө.
– Миғраж кисе.
27 – Китапханалар көнө.
28 – Ил сиге һаҡсылары көнө.
31 – Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө.

4 – Башҡортостандың халыҡ ар­тисткаһы Рәсимә ҒӘЙФУЛЛИНАҒА – 50 йәш (1964).
5 – Башҡортостандың халыҡ артисы Ғиниәт УШАНОВТЫҢ тыуыуына – 120 йыл (1894 – 1947).
7 – үҙешмәкәр композитор, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүзә ҒАСАКИРОВАнЫҢ тыуыуына – 60 йыл (1954 – 2010).
10 – БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, биология фәндәре докторы, профессор Евгений КУЧЕРОВТЫҢ тыуыуына – 90 йыл (1924 – 2005).
15 – тарих фәндәре кандидаты, профессор Әнүәр ӘСФӘНДИӘРОВТЫҢ тыуыуына – 80 йыл (1934 – 2014).
17 – Рәсәйҙең һәм Башҡортос­тан­дың халыҡ рәссамы, К. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлиә ИМАШЕВАНЫҢ тыуыуына – 100 йыл (1914 – 1995).
18 – филология фәндәре кандидаты Марат МИНҺАЖЕТДИНОВТЫҢ ты­уыуына – 80 йыл (1934 – 1972).
– яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Динис БҮЛӘКОВТЫҢ тыуыуына – 70 йыл (1944 – 1995).
23 – педагогия фәндәре кандидаты, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Әхмәр АҘНАБАЕВҠА – 80 йәш (1934).
26 – Рәсәйҙең һәм Башҡортостан­дың халыҡ артисы Ғималетдин МИНҺАЖЕВТЫҢ тыуыуына – 125 йыл (1889 – 1955).
28 – күренекле шағир Шәриф БИКҠОЛДОҢ тыуыуына – 90 йыл (1924 – 1996).
– шағирә Рәмзилә ХИСАМЕТДИНОВАНЫҢ тыуыуына – 65 йыл (1949 – 1995).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға