«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Кадрҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ,



11.04.2014 Кадрҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ,

ти Сафакүл районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Булат Мөжәһитов
Райондың мәҙәниәт тормошо ниндәй пландар менән йәшәй? Ҡайһы тарафта проблемалар бар? Сафакүлдәр башҡаларҙан нимәһе менән айырыла? Улар үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән ғорурлана аламы? Түбәндә ошо һорауҙарға Сафакүл районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Булат Мөжәһитов яуап бирҙе.

– Ҡурған өлкәһе башҡорттарының V ҡоролтайын үткәреү датаһы беҙҙең өсөн бик мәртәбәле байрамға – районыбыҙҙың барлыҡҡа килеүенә 90 йыл тулыуҙы билдәләгән мәлгә тура килде. Был юбилейҙы 5 мартта үткәрҙек.
2014 йыл беҙҙең өсөн мәҙәниәт хеҙмәт­кәр­ҙәре семинарҙары менән башланды. Унда киләсәктә төбәктә булған мәҙәниәт усаҡтарын һаҡлап ҡалыу һәм артабан да үҫтереү маҡсатын ҡуйҙыҡ. Районыбыҙ халҡы егерме милләттән торғас, үҙебеҙҙең эштә милли үҙаңды, мәҙәниәтте һаҡлау һәм киләсәккә тапшырыуҙы ла бурыс иткәнбеҙ. Һан буйынса беренсе урында – башҡорттар, икенселә – татарҙар, өсөнсөлә рус халҡы килә. Немец, әрмән, мордва, украин милләте вәкилдәре лә йәшәй. Ошо айҡанлы район-ара байрамдар, фестивалдәр үткәрергә ниәтләйбеҙ. Уларҙың араһында иң билдәлеһе – “Сыңрау торна” йыр бәйгеһе. Был конкурс Баҡай ауылында, урындағы халыҡ инициативаһы менән барлыҡҡа килде һәм үҫеште. Ул өлкә кимәленә лә сыҡты тиһәк, һис тә хата булмаҫ.
“Етегән шишмә” исемле татар фестивале лә популяр, уны ла үткәрәсәкбеҙ. Былтыр тәүге тапҡыр “Троица” рус фестивален ойошторғайныҡ.
Быйыл шулай уҡ һабантуй үткәрергә йыйынабыҙ. Яҙғыһын “Ҡарға туйы” уҙғарыласаҡ. Был байрам күп ерҙә һаҡланмаған, беҙ иһә уны өлкәнең методик үҙәге белгестәре ярҙамында тергеҙҙек.
Мәҙәниәт өлкәһендә проблемалар ҙа етерлек. Кадрҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Эш хаҡы артты, ләкин профилле белемгә эйә белгестәр етмәй. Уҡыу йорттары булһа ла, йәштәр ауылға ҡайтырға ашыҡмай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, барыһын да эшләйбеҙ. Бына яңыраҡ, 25 мартта, районда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө үтте. Был көндө улар күңел асыу үҙәгендә сығыш яһаны, наградалар алды, оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны.
Мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник торошоноң хөрт булыуы ла эшкә ҡамасаулай. Һәр ауылда тиерлек клуб бар, ләкин улар 90-сы йылдарҙа урындағы ауыл хужалығы предприятиелары балансынан алын­ғас, шарттары насарайҙы, үҙәкләштерелгән йылытыу системаһы юҡ. Шулай ҙа хәҙер, ауыл биләмәләренә яңы башлыҡтар килеү менән мәҙәни усаҡтарҙың эше тергеҙелә башланы. Йылытыуҙы яңыртып үткәргәндәр бар – миҫал итеп Надеждинка ауыл советына ингән Баҡай ауылын килтерергә мөмкин.
Беҙҙең өлкәлә күп осраҡта үҙ һөнәренә мөкиббән бирелгән кешеләр эшләй. Районда өс мәҙәниәт усағы Ҡурған өлкә Думаһының Почет грамотаһы, бер клуб Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Беҙҙең өсөн был ҙур ҡаҙаныш булып тора. Бынан тыш, төрлө гранттар алып торабыҙ, хеҙмәткәрҙәр ҙә өлкә, төбәк-ара кимәлдә фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнаша.
Илебеҙҙең юғары власть органдарында ауыл ерендәге мәҙәниәт эшенең мөһимлеген аңлаһындар ине тип теләйбеҙ. Төпкөлдәге халыҡ та мәхрүм ҡалырға тейеш түгел, шуға күрә лә ауыл мәҙәниәтен үҫтереү буйынса мотлаҡ рәүештә федераль үҙәктән финансланған маҡсатлы программа кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға