«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Путинка”. Квадрат метры – 30 мең һум



03.03.2014 “Путинка”. Квадрат метры – 30 мең һум

“Путинка”. Квадрат метры – 30 мең һумТиҙҙән Рәсәйҙең йорт-ерһеҙ халҡы уңайлы һәм арзан бәләкәй фатирҙар­ға эйә булып бөтәсәк. Ошо көндәрҙә РФ Төҙөлөш ми­нистрлығы Хөкү­мәткә күпләп торлаҡ төҙөү концепцияһын тәҡдим итергә тейеш. Иң бәләкәй фатирҙың майҙаны 18 квадрат метр булыуы күҙаллана. Хаҡы иһә бик яҡшы күренә – квадрат метры 30 мең һум. Был бер бүлмәле торлаҡ ни бары 540 мең һум торасаҡ тигән һүҙ. Социаль фатир “Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ” программаһы буйынса төҙөлә. 2017 йылға тиклем тамамланырға тейеш. Ошо өс йылда “путинка”лар (шундай исем бирергә лә өлгөргәндәр, “хрущевка”ға алмаш булыр тип, буғай) ҡала һайын бытырлашып үҫеп сығырмы икән?
Статистика буйынса, һатыуҙа 28 – 30 квадрат метр майҙанлы эконом класлы бер бүлмәле фатирҙар бик популяр. Был яңы төр торлаҡ менән хәлдәр нисек булыр? Торлаҡһыҙҙар, әҙер тороғоҙ, бәлки, бәхетле исемлеккә һеҙ ҙә эләгерһегеҙ.

Юнайс.ру сайтынан Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға