«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бәләкәй ҡышҡы Олимпия уйындары



21.02.2014 Бәләкәй ҡышҡы Олимпия уйындары

Бәләкәй ҡышҡы Олимпия уйындарыСочиҙағы ҙур спорт байрамы беҙҙең район халҡын да дәртләндерҙе
Краснокама районында балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәктәп­тәрҙең спорт клубтары “Спартак” спорт йәмғиәтенә берләшкән. Башҡортос­танда беҙҙең район ауыл спорт уйындары буйынса туғыҙынсы йыл инде беренселекте бирмәй. Уҡыусыларҙың спартакиадаһы буйынса ул тәүге унау исемлегендә.
Уҡыусыларҙың сәләмәтлеген нығытыу, сәләмәт тормош алып барыу маҡсатында 13 февралдә Николо-Березовка ауылында Сочиҙа уҙғарылған Ҡышҡы Олимпия уйындарына арналған бәләкәй Ҡышҡы олимпиада үтте. Сара район мәктәптәренән килгән спортсылар командаларының парадынан башланды. Ҡатнашыу­сыларҙы Краснокама районы хакимиәте, мәғариф бүлеге, физкультура һәм спорт буйынса комитет вәкилдәре сәләмләне. Йәш спортсылар ярыштар башланыр алдынан уйындарҙың ҡағиҙәләрен үтәргә, беренселек өсөн ғәҙел көрәшергә һүҙ бирҙе. Улар был сарала саңғы ярышы, хоккей, шорт-трек, ҡышҡы футбол төрҙәрендә көс һынашты, оҫталыктарын күрһәтте. Олим­пия уйындарында факел ҡа­быҙыу ғәҙәткә ингән. Был бәхет күп тапҡыр тэквандо чем­пионы, район саңғы ярыштары призеры, физкультура буйынса олимпиаданың муниципаль этабында еңеүсе, Ҡуян мәктәбенең 9-сы класс уҡыу­сыһы Эльвина Кашапова ме­нән район буйынса иң яҡшы футболсы тип танылған Ҡуян мәктәбенең 9-сы класс уҡыу­сыһы Рәмил Шакиров иңенә төштө.
Еңеүселәр, иң көслө, маҡ­сат­ҡа ынтылышлы йәш спортсылар диплом-грамоталар, иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.
Саңғы ярыштарында урта мәктәп уҡыусыларының өлкән һәм бәләкәй төркөмдәре ара­һында беренсе урындарҙы Яңы Нуғай мәктәбе уҡыусылары алды. Төп дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында Ҡарый мәктәбе уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Ҡышҡы футбол буйынса ярыштарҙа Яңы Ҡабан мәктәбе уҡыу­сылары еңеп сыҡты. Яңы Ҡабан командаһы хоккейҙа ла беренселекте бирмәне. Шорт-трек буйынса еңеүсе тип Ҡуян урта мәктәбе уҡыусыһы Денис Иҙелбаев танылды.

Регина ҒИБӘҘУЛЛИНА.

Краснокама районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға