«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » БҮРЕЛӘР – ... АКУШЕР



07.02.2014 БҮРЕЛӘР – ... АКУШЕР

БҮРЕЛӘР – ... АКУШЕРБүреләр хаҡында ниндәй генә һүҙҙәр йөрөмәй. Берәүҙәр уларҙы ҡан эскес йыртҡыс, икенселәр “урман санитарҙары” тип атай. Был кейеккә бәйле ле­генда һәм риүәйәттәр, ысын булған хәтирәләр ҙә байтаҡ. Уны изгеләштергән халыҡтар ҙа бар. Башҡорт халҡы ла бүрегә ҡарата ихтирамлы.
Бөгөн һеҙгә булған хәл тураһында бәйән итмәксебеҙ. Был ваҡиға хәҙерге көндәрҙә булыуы менән дә ҡыҙыҡлы. Америкала йәшәүсе Мэри Кранк исемле ҡатын – һау-сәләмәт тыуған матур бәпес­тең әсәһе. Уға бала табырға ябай табиптар түгел, ә… бүреләр ярҙам иткән. 25 йәшлек ҡатын ошолай тип һөйләй: “Бүреләр мине өйөрҙәренең ағзаһы тип ҡабул итте, күрәһең. Улар ярҙам итмәгән булһа, бәпесем йәшәмәҫ, мин дә туңған булыр инем. Йыртҡыс­тар мине уратып алып йылытты, баламды яланы, береһе хатта сабыйымдың кендек бауын сәйнәп өҙҙө. Ҡалтырап торғанымда, баламды имеҙер өсөн эткеләп-эткеләп, күтәреп бир­ҙеләр. Бүреләр кешеләр ярҙам­ға килгәнсе янымдан китмәне. Өнһөҙ генә һаҡланылар”.
Мэри Кранк һигеҙ айлыҡ ауыры булған көйө, буран уйнап торһа ла, юлға сыға. Күп тә китеп өлгөрмәй, машинаһы шоссенан ситкә сығып, көрткә инеп сума. Ҡатын көс-хәл менән машинанан сыға һәм, берәйһе килеп сыҡмаҫмы, тип көтөп тора башлай. Ләкин күпме генә көтһә лә, башҡа машина күренмәй, етмәһә, буран да көсәйә. Ҡото алынған ҡатын илай башлай, юлда туңып ҡалыуҙан ҡурҡып, көрт йырып ҡалаға яҡынлашырға тырыша. Бер километр самаһы барғас, тулғаҡ тота башлағанын аңлай һәм ауыртыныуҙан, ҡурҡышынан иҫтән яҙып ҡолай.
“Иҫһеҙ күпме ятҡанмындыр – белмәйем. Моғайын, оҙаҡ түгелдер, сөнки ныҡлап өшөп тә өлгөрмәгәйнем. Иҫемә килеү менән аңланым – башым ҙур бер бүренең арҡаһына терәлгән. Хәҙер, шул бүре өйөрҙөң башлығы булғандыр, тимен. Башҡалары мине тығыҙ итеп уратып алған. Кейектәр туғыҙ ине шикелле. Шуға ла улар аша ел дә үтеп инмәй, йылылыҡ килә. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡурҡырға ла өлгөрмәнем. 20 минут самаһы үткәс баламды таптым. Шунда бер бүре, һаҡ ҡына ҡыланып, сабыйҙың кендек бауын сәйнәп өҙҙө. Тағы ла икәүһе баламды яланы. Баш­ҡалары миңә һыйынып, йылытырға тырышты”.
Мэри сабыйын ҡулына алырға маташ­ҡан, тик көсө генә етмәгән. Шул саҡ баланы ялаған бүреләрҙең береһе са­бый­ҙы мороно менән әсәһенә табан эткән. Бәпестең илауын ишеткән ҡатын ҡыуанысынан нимә эшләргә лә белмәгән, сөнки тәүҙә балаһы үлгән тип ҡурҡҡан булған. Яңы ғына сабый тапҡан әсәнең кисерештәрен аңлатып та булырлыҡ түгелдер.
“Мин ҡыуанысымдан илайым, бер бүре битемдән ҡарҙы, күҙ йәштәрен ялап ала. Тәүҙә, үлгәнменме икән әллә, тип тә уйлағайным. Ләкин тирә-яғыма күҙ һалдым да, тере икәнлегемде аңланым – алыҫта машинам да күренә, ғүмер буйы йөрөгән юлым тирәһендә рәхәтләнеп кенә бүреләр араһында һыйынып ятам. Балам да тымды, йоҡлап китте”.
Юлда юғалған ҡатынды шундуҡ эҙләй башлағандар, әлбиттә. Бүреләр ҡамауында ҡалған ҡатынды күреп ҡалғас, мылтыҡтан атырға ла өлгөргәндәр. Ярай әле бер генә бүре лә яраланмаған. Атыш тауыштарынан ҡасып киткән бүреләрҙең ситтән генә һаман да сабыйҙы күҙәтеүҙәрен күргән Мэри үҙен бер сикһеҙ мөғжизәгә тап булған кеше тип һанай. Хәҙер ул улы үҫкәсерәк шул дуҫтарын эҙләп табыу хыялы менән яна.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға