«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бүребайҙа – олимпиада



07.02.2014 Бүребайҙа – олимпиада

Бүребайҙа – олимпиадаБүребай ауылының «Ҡояш­ҡай» балалар баҡсаһында «Сочиҙағы Олимпиада – 2014»те ҡаршылайбыҙ» тип аталған спорт байрамы уҙғарылды.
Уны боҙ майҙансығында, саф һауала әҙерлек төркөмө ҡыҙҙары спорт бейеүе менән асып ебәрҙе.
Байрамдың талисманы – аҡ айыу, Олимпия утын алып килеп, үҙенең теләктәрен белдергәндән һуң сәмле лә, көсөргәнешле лә ярыштар башланып китте.
Ниндәй генә уйын төрө булманы: саңғы ярышы, биатлон, конькиҙа фигуралы шыуыу, Олимпия түңәрәген йыйыу кеүек ярыштар кескәй спортсылар күңеленә сәм генә өҫтәне. Дәртле көй аҫтында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре артабан Олимпия утын Бүребай урта төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластарына тапшырҙы.
Бүребайҙа – олимпиадаҠулдарына флаг, шарҙар тотоп, Олимпия утын алып барыусы кескәй спортсыларҙы күреп, хатта юлда үтеп барыусы машиналар туҡтап, сигнал биреп, кешеләр һоҡланып ҡарап ҡалды. Олимпия утын ҡаршы алған мәктәп уҡыусылары үҙҙәрендә ҡышҡы уйын төрҙәре буйынса ярыштар үткәрҙе. Олимпия уты артабан өлкән звеноға күсте. Ҡыҫҡаһы, бөтә ил Олимпиаданы түҙемһеҙлек менән көткән мәлдә беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ.

Гөлшат КӘРИМОВА.
Хәйбулла районы,
Бүребай ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға