«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Рәсәйгә – ун сәғәт зонаһы



28.01.2014 Рәсәйгә – ун сәғәт зонаһы

Рәсәйгә – ун сәғәт зонаһыРФ Дәүләт Думаһында беҙҙең ил биләмәһендә нисә сәғәт бүлкәте булыуына ҡағылышлы закон проекты ҡарала. Документта миҙгелле сәғәт күсереү күренмәй. Был халыҡ сәләмәтлеген ҡайғыртыу маҡсатынан эшләнә. Шулай итеп, Рәсәй ун сәғәт зонаһына бүленәсәк. Тәүгеһе Калининград өлкәһенә генә ҡарай, Мәскәү ваҡытынан бер сәғәт һуң. Икенсе зонаның беҙгә яҡын сиге Татарстан Республикаһында. Башҡортостан сәғәте Мәскәү ваҡытынан бер сәғәт алда буласаҡ.
Һуңғы бүлкәттә – Камчатка крайы, Магадан өлкәһе һәм Чукотка Автономиялы Округы. Әгәр закон ҡабул ителһә, улар Мәскәүҙән һигеҙ сәғәткә алда “йәшәйәсәк”.

Регнум сайтынан
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға