«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ауылдарҙа булды тамаша – Боҙ һындарҙан күҙҙәр ҡамашты



17.01.2014 Ауылдарҙа булды тамаша – Боҙ һындарҙан күҙҙәр ҡамашты

Ауылдарҙа булды тамаша – Боҙ һындарҙан күҙҙәр ҡамаштыБаймаҡ оҫталарының һәр эше шедеврға тиң ине
Беҙҙең районда йыл һайын Яңы йыл алдынан боҙ ҡаласығы, тройкалар бәйгеһе үткәрелә. Быйыл унда Билал ауыл биләмәһе лә әүҙем ҡатнашты. Ауылдаштарым ихлас тырыш­ҡан, боҙ һындарҙың һәр береһе оло шедеврға тиң.
Халыҡ комиссияны асыҡ йөҙ, мул табын менән ҡаршы алды. Беҙ иң беренсе Билал ауылында йәшәүсе Миңлебикә һәм Рафаэль Ғайсин­дарҙың ҡаласығына йүнәлдек. Боҙҙан эшләнгән ҡапҡа һәр кемгә асыҡ. Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай, әкиәт геройҙары, тылсымлы таяҡ булһа, терелеп китер ине. Ғайсиндарҙың тырышыуы бушҡа булманы – район буйынса беренсе урынды яуланылар.
Артабан райондан төпкөлдә ятҡан Һәмән ауылына юл алдыҡ. Әгәр ул көндө ҡунаҡҡа килһәгеҙ, һәмәндәрҙең береһенән-береһе дәртле, ҡунаҡсыл икәненә тағы бер инанып ҡайтыр инегеҙ. Улар, ауылды икегә бүлеп, боҙ ҡаласыҡтары эшләгән. Әкиәт геройҙары Шрэк менән Фиона, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, Йылан, Аҡбуҙат һындары алыҫтан уҡ үҙенә саҡырып, урамды биҙәп тора. Кешенең күплегенә хайран ҡалырлыҡ, ниндәй генә маскалар юҡ бында! Урамдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Ишһылыу Әминева һәм Зимфира Кинйәбулатова, барыһы менән таныштырғас, йыл буйына башҡар­ған эштәрҙе барлап үттеләр.
Боҙ һындарҙы бергәләп эшләгәндәр. Бигерәк тә Айһылыу, Рим­ма һәм Данил Мырҙиндар ҙур тырышлыҡ күрһәткән. Ә инде һыр­ғалаҡты урамдың инәйҙәре төҙөгән. Берҙәм көс менән эшләнгән ошо ҡаласыҡ янында Яңы йыл төнөн дә бергәләп ҡаршы алды туҡмаҡ урамы халҡы. Улар хаҡлы рәүештә беренсе урын яуланы.
Юлды дауам итеп, Һәмән ауылының Дуҫлыҡ урамына йүнәлдек. Депутат Фәһимә Һибәтуллина етәкселегендәге төркөм беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Йәше лә, ҡарты ла конкурстан ситтә ҡалмаған. Йылан, Аҡбуҙат, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, мәңгелекте һынландырған усаҡтың дөрләп яныуы ҡышҡы матурлыҡҡа үҙенең сихрилеген өҫтәй. Ҡаҙанда бөтә ауылды һыйларға етерлек ит бешә ине.
Урамдың иң оло инәйе Әсмә Ырғыҙбаева биҙәү өсөн флажоктар теккән, ғөмүмән, һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам иткән. Кәбир Һибәтуллин ҡыҙы Гөлфинә менән, Илдус Ырғыҙбаев ҡыҙы Лилиә менән, Нәилә Вәлишина, Илүзә Аҡназарова, Гөлнара Мәхийәнова, Илшат Исҡужин боҙ ҡаласығы матур булһын өсөн бар тырышлығын һалған. Табынға ҡуйылған аш-һыуҙы бергәләп әҙерләгәндәр. Дуҫлыҡ урамы, ысын дуҫлығын, берҙәмлеген күрһәтеп, икенсе урын­ға лайыҡ булды.
Артабан район сигендә ятҡан Өмөтбай ауылына юл алдыҡ. Ауыл осонда уҡ пар аттар менән Ҡыш бабай, Ҡарһылыу ҡаршыланы. Улар беҙҙе бына алты йыл инде бер бәйгенән дә ситтә ҡалмаған Таңһылыу менән Айбулат Ғайсиндар өйө янына килтерҙе. Был йортҡа еткәс, кеше фантазияһының сиге юҡлы­ғына инандыҡ. Үәт, исмаһам, оҫталыҡ! Ҡарҙан да ошондай һындар эшләп була икән! Ҡапҡа тышындағы эскәмйәлә, ҡунаҡтарҙы көтөп, әбей менән бабай ултыра, яндарындағы өҫтәлдә ҙур самауыр, төрлө һый-хөрмәт – бөтәһе лә ҡарҙан эшләнгән. Бер аҙ ситтә сиртмә ҡоҙоҡ, уның янында егелгән атты күреп һушһыҙ ҡалдыҡ. Малҡай шундай оҫта эшләнгән, әйтерһең дә, хужаһы уны ҡайырып туҡтатҡан. Хәҙер үк санаға ултыр ҙа кит инде, хужаһын көтөп кенә торамы ни…
Айбулат ағайға тормош иптәше Таңһылыу еңгәй, күршеләре Хәнифә, Айһылыу ярҙам иткән. Егелгән аттан күҙемде ала алмай Айбулат ағай менән әңгәмә ҡорам.
– Балалар, ауылдаштар ҡы­уанһын тип, йыл һайын ҡар һындар эшләй торғас, йышылып киттем, ахырыһы, быйылғыһы үҙемә лә бик оҡшай, – тине оҫта, шат йылмайып. – Атты эшләр алдынан иң алда ағас­тан һын әҙерләнем. Артабан инде кәләшем ярҙамсылары менән миңә ҡарҙан иретмә биреп торҙо, күршем Хәнифә еңгәй менән һындарға йән өрҙөк. Уларҙы ихата эсендә эшләнек, һуңынан урам тышына алып сыҡҡайныҡ – бөтә кешенең иҫе китте. Әле лә киләләр, ат янында фотоға төшәләр. Балаларҙың ҡыуаныуын, һырғалаҡта шыуыуын күреп, көс бушҡа түгелмәгән, тип шатланам.
Йомарт күңелле, оҫта ҡуллы Ғайсиндар йәшәгән Башҡорт урамы гран-приға лайыҡ булды. Афарин! Әйтергә кәрәк, Айбулат Нурмөхәмәт улы Өмөтбай мәктәбенең уҡыу алдынғыларын тройкала алып йөрөнө, экипажды ауылдың старостаһы Зиннур Көмөш­баев әҙерләгән.
Күгиҙел ауылы ла был саранан ситтә ҡалмаған. Клуб мөдире Азамат Нарынбаев етәкселегендә балалар әкиәт сәхнәләштерҙе. Был ауыл өсөнсө урын алды.
Байрам үтте, ә яҡташтарымдың эше әле лә ауылдарҙы йәмләп, балаларҙың шат тауышына күмелеп тора. Бына шулай берҙәм, оҫта ҡуллы кешеләр йәшәй беҙҙең яҡтар­ҙа. Һоҡланам, ғорурланам һеҙҙең менән!

Райхана БУЛАТОВА.

Баймаҡ районы,
Билал ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға