«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Туҡталҡалар айҙың йоп һәм таҡ көндәренӘ күсерелә



17.01.2014 Туҡталҡалар айҙың йоп һәм таҡ көндәренӘ күсерелә

Туҡталҡалар айҙың йоп һәм таҡ көндәренӘ күсерелә[hide][/hide]Өфөлә автомобилдәрҙе туҡталҡаға ҡуйыу буйынса яңы юл билдәләре ҡуйыла башланы. Уларға ярашлы, бер урамда – айҙың таҡ, икенсеһендә – йоп көндәрендә "тимер ат"тарҙы туҡталҡаға ҡуйыу тыйыла. Был ҡала хакимиәте ҡарарына ярашлы башҡарыла һәм юлдарҙы таҙартыусы махсус техникаға ҡамасаулыҡ булмаһын өсөн ҡабул ителгән.
Быйылғы ҡыш баш ҡала халҡы өсөн өҙлөкһөҙ яуған ҡары менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Юлдарҙы таҙартҡан мәлдә тәртипһеҙ рәүештә туҡталҡаға ҡуйылған транспорт бик ныҡ ҡамасаулай. Айҙың йоп һәм таҡ көндәрендә автомобилдәрҙе ҡалдырыу буйынса яңы тамғалар ҡуйыу коммуналь хеҙмәттәрҙең эшенә еңеллек килтерәсәк. Ҡағиҙәне боҙоусы водителдәргә штраф һалынасаҡ, ә автомобилдәре штраф туҡталҡаһына оҙатыласаҡ.
Э. БУЛАТОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға