«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Яҡшы йола



17.01.2014 Яҡшы йола

Яҡшы йолаУчалы йәштәре берлеге йыл һайын Учалы балалар йортона байрам ойоштора
Күңелле студент тормошо менән йәшәгән яҡташтарыбыҙ баш ҡалабыҙҙа берләшеп, төрлө мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарып тора. Шул саралар исемлегендә, әлбиттә, хәйриә акциялары ла һуңғы урында түгел. йолаға әйләнгән яҡшы эштәрҙең береһе – Учалы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән осрашыу.
Берлектең етәксеһе Айнур Шаһибалов менән килгән бер төркөм студент балаларға бүләккә бағыусыларҙан күстәнәстәр, йыр-бейеүҙәр ҙә, уйындар ҙа килтергәйне, әммә осрашыу танышыуҙан башланды. Һәр егет, ҡыҙ, үҙе тураһында ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәт биреп, бала сағын иҫләне, нисек студенттар сафына барып эләгеүен, үҙе уҡыған уҡыу йорто тураһында һөйләне. Учалылар талантлы инде ул, һүҙ ҙә юҡ, шуға ла Динар Мансуров, Лидиә Әғзәмова, Илһам Хәйруллин, Айнур Шаһыбалов, Руслан Шакировтың сығыштарын балалар ныҡ оҡшатты, устары янғансы алҡышланы. «Ҡош юлы» конкурсы лауреаты Тимур Ямалов та, күптән студент осоронан сыҡһа ла, хәйриә акцияһынан ситтә ҡалмай, балаларға бер нисә йыр бүләк итергә ваҡыт тапты. Аҙаҡ, мөйөш һайын фәрештә – һәр береһе бер эштә, тигәндәй, төркөмдәргә бүленеп, төрлө уйындарға, эш-шөғөлдәргә сумдылар. Тимур гитара ҡылдарын сиртергә өйрәтте, Рим Мөхәммәтов видеокамера менән таныштыр­ҙы, ҡыҙҙар һүрәт төшөрҙө, егеттәр баскетбол уйнаны... Бер бала ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы, буғай. Шулай булырға тейеш тә, сөнки һәр балаға иң оло бүләк – беҙҙең иғтибар, йөрәк йылыһы. Байрамдарҙа ғына түгел, ә көн һайын мохтаж улар быға. Шуға ла Учалы йәштәре берлегенең әүҙем ағзалары, был беҙҙең һуңғы килеүебеҙ түгел, тағы киләсәкбеҙ, тип хушлашты: «Көтөгөҙ беҙҙе!». Фәрештәләрҙең «амин» тигән сағына тура килһен изге ниәттәре! Ә балалар көтә белә, көтөрҙәр...
Әйткәндәй
Бағыусылар (был ерҙә тәрән итеп тын алығыҙ, сөнки исемлек оҙон ғына) – «Юлдаш» радиоһы (баш мөхәррир Тәнзилә Үлмәҫбаева, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин), «Аманат» журналы (баш мөхәррир Сәлмән Ярмуллин), «Тамыр» телеканалы (директоры Гөлназ Ҡолһарина), «Киске Өфө» гәзите (баш мөхәррир Гөлфиә Янбаева), «БашАрт» компанияһы (Заһир Ишкинин), «Футболкам.РФ» компанияһы (Руслан Күскилдин), Республика халыҡ ижады үҙәге (генераль директоры Байрас Ишбирҙин), Мәүлитжан Һунарғолов («Аҡбуҙат» ипподромының элекке директоры), «Башҡортостан Республикаһының диңгеҙ йыйылышы» йәмғиәте (рәйесе Юлай Моратов), Республика шахмат буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (Рәлиф Шәрипов), М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры (художество етәксеһе Олег Ханов), БР халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова, артист Әлмир Мөхәмәтйәров (Бамбучо), Альбина Ғилметдинова һәм журналист Шамил Яубаҫаровҡа балаларҙан ҙур рәхмәт!

Баныу Ҡаһарманова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға