«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Төлкө көлкө түгел



13.12.2013 Төлкө көлкө түгел

Төлкө көлкө түгелБорондан уҡ килгән әкиәттәрҙә төлкөнө хәйләкәр йәнлек итеп күрһәтәләр. Башта мин быға ышанмағайным. Беҙҙең яҡта күп булғас, уларҙы йыш күрәм. Бесән әҙерләгән мәлдә өс тапҡыр төлкөләргә осраныҡ.
Беренсе көндө Кәзә күле буйында ял итеп ултыр­ған ваҡытта әсәйем, беҙҙе кемдер күҙәтеп торған кеүек, тине. Тирә-яҡҡа күҙ һалғас, күлдең икенсе ярынан беҙгә күҙен дә алмайынса бер төлкө ҡарап ултырғанын күрҙек. Үҙен тотоп яратырға теләгәйнек, әммә йыртҡысҡа яҡын барырға ярамай шул. Икенсе көндө Сана сығышына бесән йыйырға барҙыҡ. Ағайым Дим йылғаһында һыу инеп йөрөгән еренән кинәт ҡысҡырып ебәрҙе: "Төлкө!". Беҙ эргәһенә йүгереп барҙыҡ. Ҡараһаҡ, ярҙың икенсе яғында ҡомлоҡта ерәнкәй ята. Ул, ысынлап та, әкиәттәгесә, хәйләкәр икән. Ағайымдың һыу ингәнен күҙәтеп тора: әҙ генә башын ҡалҡыта ла кире ята.
Бесәнде әҙерләп бөтөп, ат менән ташығанда, уларға өсөнсө тапҡыр тап булдыҡ. Кисеү буйында бесәнде арбаға тейәп бөткәнсе эргәбеҙҙә өс төлкө беҙҙе күҙәтеп ултыр­ҙы. Ҡыуып та ҡараныҡ, ләкин улар китергә лә уйламаны. Тейәп бөтөп, ҡайтырға сыҡтыҡ. Атайым атты етәкләп барҙы. Урмандың тар урынын үткәс, йөк өҫтөнә менергә тип, атты туҡтатты. Ошо мәлдә артыбыҙға әйләнеп ҡараһаҡ, теге төлкөләр эйәреп килгән, ике метр алыҫлыҡта мөлдөрәп беҙгә ҡарап ултыралар. Нимә уйлағандарҙыр инде, белмәйем. Биреп китергә эргәбеҙҙә аҙыҡ та юҡ ине. Икенсе көндө күстәнәс тә алдыҡ, ләкин уларҙы осратманыҡ.
Йыртҡыс хайуандар матур ҙа, йәл дә, ҡурҡыныс та, араларында сирлеләре лә, ҡоторғандары ла була. Ололарҙан башҡа бер үҙеңә урманда йөрөүе хәүефле. Матур тәбиғәт менән хозурланыу күңелде күтәрә, әммә унда ҡурҡыныс йәнлектәр булыуын иҫтә тотоп, һаҡ булырға кәрәк!

Айгөл ХӘМӘТДИНОВА,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға