«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Көлөргә килегеҙ



29.11.2013 Көлөргә килегеҙ

Донъя үҙ ағышы менән бара. Көнө-төнө ҡайҙалыр, ниндәйҙер мөһим эштәр башҡарыла, закондар сыға, кеше тыуа, үҫә, үлә, ер аҫтынан аҫылташтар, майҙар сығарыла, алыш-биреш, һуғыш һ.б., һ.б. – һанап бөтөрмөн тимә. Ваҡыт аға. Һиҙелмәй ҙә үтә. Төрлө мәлдең төрлө ваҡиғаларын бер юлы хәтер төйөнөнә һалып ҡара! Өлгөрөрһөңмө икән? Шул-шул – заманға яраҡлашһаң, өлгөрәһең. Гелән генә ошондай фәлсәфәүи уйҙарға батып ултырып булмай. Мөмкин дә түгел. Йылдағы 365 көндөң береһен булһа ла күңелегеҙ талап иткәнсә үткәрергә тырышығыҙ. Тәүлектең 24 сәғәте лә һеҙҙеке бит. Нишләргә белмәй аптыраһағыҙ, тотоғоҙ ҙа көлөгөҙ. Юҡ, буштан ғына түгел, ә шаяндар һәм отҡорҙарҙың сығыштарын ҡарап көлөгөҙ. Ә ундай сығыштар беҙҙә етерлек.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – ошо көндәрҙә һеҙгә көлөү, һис юғында йылмайыу форсаты тейәсәк. Теләйһегеҙ икән, баш ҡаланың “Өфө уттары”на (8 декабрь) Башҡортостан Республикаһы Шаяндар һәм тапҡырҙар клубының Юғары лига финалына килегеҙ. Бында һеҙҙе “Люди от сохи” (Иглино), “Гудвин” (Стәрлетамаҡ), “Вне игры” (Белорет) һ.б. командаларҙың мауыҡтырғыс мажаралары көтә. Әгәр үҙебеҙсә, башҡортса рәхәтләнеп йор һүҙ тыңлағығыҙ килә икән, “Шаяндар һәм отҡорҙар клубының башҡорт асыҡ лигаһы” йәмәғәт ойошмаһы тарафынан иғлан ителгән “Башҡорт юниор КВН лигаһы” фестивале лә бар. Стәрлетамаҡта (9 декабрь) – көньяҡ, Сибайҙа (12 декабрь) Көньяҡ Урал зонаһы сығыштары үтә.
“Туған телебеҙҙә шаяртайыҡ” тигән лозунг менән эшләүсе Башҡорт асыҡ КВН лигаһы аша беҙгә байтаҡ ҡыҙыҡлы команда менән танышыу бәхете тейҙе. Шул исемлектә “Бытбылдыҡ” (Ейәнсура районы), “ТТ”, “Кәкре сүкеш” (Өфө ҡалаһы), “Еңмештәр” (Сибай), хатта Мәскәүҙән “Хәйnation” бар.

А. АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға