«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ыласын һәм Ҡарға хаҡында



29.11.2013 Ыласын һәм Ҡарға хаҡында

Ыласындар оҙаҡ йәшәмәй. Улар – үҙ ҡорбанын осоп барғанда эләктереүсе иң шәп осоусы ҡош.
Бер заман Ыласын Ҡарғанан:
– Һин – күп белеүсе Ҡарға! 300 йыл тиерлек йәшәйһең. Олатайҙарымды, хатта олатайҙарымдың атайҙарын хәтерләйһең. Әйт әле, оҙон ғүмереңдең сере нимәлә?
– Минең һымаҡ йәшә, минең менән йәшә һәм һинең ғүмерең бик күпкә оҙонаясаҡ, – ти Ҡарға.
Һәм Ыласын Ҡарға менән дуҫлашырға, уның һымаҡ йәшәргә була... Улар тыныс ҡына ҙур имән ағасының ботағында тормош хаҡында һөйләшеп ултыра. Төш етеүгә икеһе лә бик ныҡ асыға һәм ризыҡ эҙләп осоп китә. Күп тә үтмәй, Ҡарға ерҙә ятҡан бейә үләкһәһен күреп ҡала. Шатланып, уға табан оса, Ыласын да уның артынан эйәрә. Быға тиклем Ыласындың бер ваҡытта ла үләкһә менән туҡланғаны булмай. Ә Ҡарға ҡомһоҙланып иткә барып йәбешә. Ыласын суҡышы менән үләкһәгә төртә. Туҡтап тора ла, тағы бер тапҡыр суҡый. Уйлана. Өсөнсөгә суҡый ҙа:
– Юҡ, беләһеңме, Ҡарға дуҫ, 300 йыл үләкһә менән туҡланғансы, бер тапҡыр таҙа ҡан эсеүең мең артыҡ, – ти ҙә, ҡанаттарын киң йәйеп, осоп китә...

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға