«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Президент, башлыҡ, етәксе, ә бәлки…



22.11.2013 Президент, башлыҡ, етәксе, ә бәлки…

Республикала 13 ноябрҙән төбәк етәксеһе вазифаһы исемен үҙгәртеү буйынса ҡултамғалар йыйыу башланды
Ил башлығының махсус указына ярашлы, хәҙер субъекттар өсөн яуап­лы етәкселәргә “президент” тип аталыу тыйылғайны. БР Конституция суды Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Президентты “Башҡортостан Респуб­ликаһы етәксеһе” тип атауҙы тәҡдим итте. Әлеге көндә фекер алышыу бара. Төбәк башлыҡтары биләгән вазифалар тарихи, милли һәм башҡа традицияларға ярашлы аталырға тейеш, тигән ҡараш та бар. Мөмкин булған варианттар араһында “башлыҡ, етәксе, хөкүмәт рәйесе” тигән атамалар ҙа тәҡдим ителә. Бөгөнгә тиклем Президент вазифаһы Башҡортостан­да һәм Татарстанда ғына ҡалдырыл­ғайны.
Ә бәлки, Башҡортостан башлығын әмир тип әйтеү кәрәктер? Ошо темаға бәйле тарихҡа күҙ һалайыҡ әле.

1919 йылдың март баштарында төркөмдә 70 ҡылыс (һалдат) һәм бер станоклы пулеметтары булған отряд (факт дөрөҫ) штабтарын да һигеҙ атҡа тейәп, Зәки Вәлиди етәкселегендә Темәстән (Баймаҡ районы) Ҡыҙыл Мәсеткә (хәҙерге Күгәрсен районы үҙәге Мораҡ ауылы) ҡарай юлға сыға. Ошо осорҙа үтә лә көслө бурандар булып үткәнгә, отряд, Икенсе Этҡол (Баймаҡ районы) ауылына еткәс, ҡайһы юлдан барыуҙы асыҡлау өсөн кәңәшкә туҡтала. Кәңәштән һуң һыбайлылар һәм пулеметлы ылау урман-тауҙар аша тура тартып, Кананикольск аша бо­рон­ғо юл буйлап Ҡыҙыл мәсеткә юллана.
Штаб кәрәк-ярағы һәм винтовка, патрондар тейәлгән ете ылау, тәрән көрт ярып һыбайлылар һалған берләм һуҡмаҡтан бара алмағанға, юлдарын Йылайырға табан дауам итәләр. Төрлө ауылдарҙа туҡтап, сходтар үткәреп барғандан һуң, өс көн тула тигәндә Ҡыҙыл Мәсеткә килеп етәләр. 70-ләп атты ашатыу өсөн тәүлегенә кәмендә өс-дүрт йөк бесән кәрәк булғанға ашығыс саралар күреү өсөн кәңәшмә үткәрәләр. Бында Зәки Вәлиди сығыш яһай. Уның ҡушыуы буйынса I Ҡара-Ҡыпсаҡ (хәҙерге Күгәрсен районы), Бөрйән-Ҡыпсаҡ (Ейәнсура районы), I һәм II Бөрйән улустарындағы (Бөрйән һәм Баймаҡ райондары) ауылдарҙа элекке старосталар урынына ауыл әмирҙәрен һайлау өcөн вәкилдәр тәғәйенләнә.

Өс фекер

Рауил Болғаиров, мәғариф ветераны:
– Ил етәксеһен президент тип атай башлағанға тиклем был вазифа төрлөсә атап йөрөтөлдө. Исемен үҙгәртеүҙән есеме үҙгәрмәй, баһаһы төшмәй. Хөкүмәт рәйесе, башлыҡ, етәксе тип атаның ни, Республика Президенты тип әйттең ни – иңдәренә һалынған ил, халыҡ яҙмышы өсөн яуаплылыҡтары бер ҙә кәмемәй бит.

Рәсүл Әхмәтйәнов, мәғариф бүлеге начальнигы:
– Республиканың иң юғары вазифалы кешеһен “президент” тип түгел, ә “Башҡортостан Республикаһы етәксеһе” тип атарға кәрәк, тигән тәҡдим менән килешәм. Әлбиттә, был ваҡиға ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙыра, күп яҡлы фекерҙәрҙе, ҡараштар­ҙы ишетергә мөмкин, шулай ҙа закондан ситләшеү кәрәкмәҫтер, минеңсә.

Гөлшат Вәлиева, журналист:
– Мин, мәҫәлән, алмаштырыуҙың кәрәге юҡ, тип уйлайым. Президент ул хөрмәтле, абруйлы һүҙҙәре менән нисектер яңғырашлы ла һымаҡ. Алдынғы илдәрҙең дә етәкселәре президент тип атала, ни өсөн әле Башҡортостанда күптән ҡулланылыштан төшкән элекке һүҙҙәр менән аталырға тейеш?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға