«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Был Республика көнөнә бик яҡшы бүләк



18.10.2013 Был Республика көнөнә бик яҡшы бүләк

Яңылыҡты ишетеү менән, шунда уҡ VK-ны башҡорт теленә күсереп алдым, телефон аша ла, ноутбук аша ла ултырам, бик һәйбәт, хаталар күренмәй әлегә. Булған дуҫтарыма был яңылыҡты һөйләп, уларҙы ла башҡорт теленә күсертеп ҡуйҙым.
Бик ҙур эш башҡарған­һығыҙ, афарин! Үҙебеҙҙең халыҡ өсөн тырышып торғанығыҙ өсөн бик шатмын!
Башҡорт телен һаҡларға тейешбеҙ!

Ғайса ҒАЙСИН,
Өфө дәүләт авиация техник университетының 3-сө курс студенты.

* * *
Күрҙем башҡорт телендәге VK-ны, шатмын, оло эш алып барылған. Шул эштәрҙе башҡарған кешеләргә ҙур рәхмәт! Үҙебеҙҙең халыҡ араһында халҡы өсөн янған кешеләр булыуына күңел шатлана! Шулай уҡ ышаныс тыуҙыра беҙҙең киләсәк өсөн, ундай кешеләр күбәйергә тейеш.

Рафиҡ АБЫҘГИЛДИН,
Байкал аръяғы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма
комитеты рәйесе.
Чита ҡалаһы.

* * *
Башҡортса версияһы ҡулланыла башлауы менән ысын күңелемдән ҡотлайым!

Yuto Hishiyama.
Токио, Япония.

* * *
Бына ҙур шатлыҡ! Ниhайәт, үҙ телебеҙҙә рәхәтләнеп аралашасаҡбыҙ. Күңелдәрҙән сыҡҡан кисерештәр, хәл- ваҡиғаларҙы туғандарыбыҙ аңларлыҡ итеп бәйән итергә мөмкинлек тыуҙы. Рәхмәт hеҙгә!

Нәсимә ТУҠАЕВА-
НАУРАЗБАЕВА.
Магнитогорск ҡалаһы.

* * *
Үҙем башҡорт булып, vk.com-«Бәйләнештә» сайтын башҡорт телендә күреү мөмкинлеге булған саҡта сит телдә ултырыуҙы күҙ алдыма ла килтерә алмайым!

Денис ҒИЛМАНОВ, Мифтахетдин Аҡмулла
исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенты.

* * *
Милләттәштәремә Латвия­ла йәшәүсе башҡорттар исеменән ҡайнар сәләм күндерәм!
ВК хәҙер башҡорт телендә. Быға беҙ бик ыңғай ҡарашта! Туған телдә аралашып, милләттәштәр бер-береһен яҡ­шыраҡ аңлар, тигән уйҙамын. Йәштәр өсөн был бигерәк тә мөһим – сайтта үҙ-ара башҡортса һөйләшеп, телде, тарихты, мәҙәниәтте, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен белерҙәр, яратырҙар, ихтирам итерҙәр.
«Бәйләнештә» селтәренең башҡорт теленә тәржемәләнеүе тураһында 12 октябрҙә «ВК»-ға ингәс, яңылыҡтарҙы уҡып белдем. Ошо изге эште алып барыусыларҙың асыҡ төркөмө булыуын асыҡлағас, яҡташтар менән танышыу, аралашыу, кәрәкле эште башҡарған кешеләрҙе дәртләндереү маҡсатында ошо төркөмгә индем.

Финат ҒӘЗИЗОВ,
Латвия башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға