«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Журналистар – Сочиҙа



04.10.2013 Журналистар – Сочиҙа

Журналистар –  СочиҙаӘле республикабыҙҙың бер төркөм журналисы Сочи ҡалаһында ойошторолған “Бөтә Рәсәй – 2013” тип атал­ған Бөтә Рәсәй журналистар фестивалендә ҡатнаша. Башҡортостандың матбуғат саралары вәкилдәренән тупланған делегацияның етәксеһе – БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков. Уның составында район һәм ҡала гәзиттәренең баш мөхәр­рир­ҙәре бар.
1 октябрҙә беҙҙең делегация тотош илдән йыйылған коллегаларыбыҙ алдында үҙенең презентацияһын ойошторҙо. “Башҡортостан Республикаһының Жур­налистар союзы: көс – берҙәмлектә” тип исемләнгән таныштырыу барышында журналистар район-ара ижади ойошмаларының эшмәкәрлеге, союздың ветерандары һәм йәш ағзалары менән бәйләнеш тураһында һөйләне. Шулай уҡ БР Журналистар союзы ойошторған фестивалдәр һәм башҡа акциялар тураһында ла һүҙ булды. Башҡортостан журналистарының эшен күрһәткән ҡыҙыҡлы видеороликтар, гитара, думбырала уйнап йырлан­ған йырҙар һәм, әлбиттә, сәк-сәк менән бал Бөтә Рәсәй журналистар фестиваленә килгән барса халыҡты таң ҡалдырҙы. Шуға ла барыһы ла беҙҙең журналистарҙың презентацияһын бер тауыштан иң яҡшыһы тип билдәләне.
29 сентябрҙә башланған был матур сара бөгөн тамамлана.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға