«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡәләме ҡөҙрәтле



27.09.2013 Ҡәләме ҡөҙрәтле

Ҡәләме ҡөҙрәтлеТаҡмаҡсыларҙы ла шағир, шағирә тип атаған заманда, үҙенән-үҙе һорау тыуа: нимә һуң ул шиғыр?
Шиғырҙы тоябыҙ, ул арҡа мейеһен земберләтә, ру­хи таҙарыныу кисерәбеҙ, үҙе­беҙҙән яҡшыраҡ булырға теләйбеҙ, күңел көмбәҙҙәребеҙ асылып, яҡтырып китә яҡшы шиғыр уҡығандан һуң.
Гөлнара Хәлфетдинованың шиғриәте тап ошо байрамды, күңел байрамын кисертә.
Әле лә иҫемдә уның БДУ-ның “Шоңҡар” әҙәби берекмәһендә ҡайнап йөрөгән йылдары. Ул ваҡытта мин бишенсене бөтөрәм, ә ул – беренселә... Танышлығы­быҙ ҙа ана шул мәлдәрҙән башланды. Әбйәлил ҡыҙы “Шоң­ҡар”ҙың беҙҙе оҙатыу кисә­һендә миңә арнап шиғыр ҙа яҙып алып килгәйне. Аҙаҡ ул “Тамыр” балалар студия­һын­да эшләй башланы. Һи­рәк-һаяҡ ҡына булһа ла хәбәрләшеп торҙоҡ. Яҙыу­сылар союзына ағза итеп алынғас, Гөлнаранан Сибай тарафтарына ҡотлау открыткаһы килеп төштө. Был де­талдәрҙе яҙмаһам да булыр ине, әммә ошо бәләкәс кенә күперсектәр ижад кешеләренең бер-береһенә мохтаж, аралашыуға һыуһап, бер-береһен күҙ уңынан ысҡындырмай йәшәүен һөйләй.
Гөлнараның ижадына образлылыҡ хас. Милли һыҙатыбыҙҙы билдәләр, башҡаларҙан үҙгәле итер образдар булыр улар: бүре (“Бер бүре бар минең йөрәгемдә”), ҡорот
(Ҡатын-ҡыҙҙа түҙем-түҙемлек –
Үҙ йәндәрен үҙе өҙөрлөк.
Кем ҡоротто сүкеп өҙә инде,
Майлы һурпа ғына иҙерлек. “Ҡорот”); Саҡ һәм Суҡ (“Саҡ һәм Суҡтай ғына булырбыҙ...”); Шүлгән, Алмасыбар
(Көндәр – көтөүҙәрем
субырлашып
Сығып бара Шүлгән күленән.
Сыға бара хыял илдәренән,
Сынбарлыҡҡа бата биленән.
Үкенестәр килә эйәрешеп,
Ҡыуаныстар, төрлө
үткәндәр...
Ҡайырылып артҡа ҡарағанды
Шуларм(ы) әле харап
иткәндәр?
Кешнәй улар артҡа ҡаратам
тип,
Әйҙәй улар алға сабырға.
Көнләшәләр улар йүгән
кейгән
Әлегемдән – алмасыбарҙан).
Көнкүрештәге ябай ғына әйбер­ҙәр ҙә Гөлнараның ҡәләменән баҙыҡ образдар булып тулыша. Мәҫәлән, күңел сырыштарын үтекләүсе үтек, һөйгәненең бойоғоп ултырыусы ойоҡтары уның хисен, һағышының тәрәнлеген, уйҙарының сөмбәйҙәрен билдәләй.
2000 йылда Гөлнара менән Силәбе өлкәһенең Түбәнге Тагил ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй йәш ижадсылар семинарында ҡатнашыу насип булғайны. Тап ошо үҙенсәлек аһ иттер­ҙе. Символ­дар, образдар менән оҫта эш итеүе, фекерле һәм ҡыйыу булыуы Гөлнараның ижадҡа исем өсөн генә тотонмағанын аңғартты.
Шатлыҡтарым ҡайғыралар,
Ҡыуана ҡайғыларым.
Йыуатайым ҡайһыларын,
Шул минең ҡайғыларым.
Гөлнараса ихлас, яҡты һәм аңлайышлы. Ҡыланыу, яһалмалылыҡ юҡ. Шағирәне ҡайғыртҡан да, шатландырған да ситтән, беҙҙең донъя тышынан алынмай, эргәнән генә. Шуға ла шиғырҙары, юл япрағы ише, һулҡылдап ҡына торған күңел яраһына им була ла ҡуя.
Түбәнге Тагил яҡтарында йөрөп ҡайтҡас, Ағиҙел ҡала­һында үтәсәк республиканың йәш шағирҙар семинарына юлландыҡ. Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә танылып өлгөргән Рита Фәтҡуллина, Мөнир Ҡуна­фин, Морат Солтанов, Айгөл Ишем­ғужина менән бер шәлкемдә Гөлнараның шиғриәте сағыу бер күренеш, балҡыш булараҡ билдәләнде. Конфе­ренцияның асы­шы итеп табылды. Яҙыусы­лар съезында ла уның ижады хаҡында бик йылы һүҙҙәр әйтелде.
Ҡыҙыҡ бит ул яҙмыш тигәнең. Уның үҙ ҡанундары. Һәр ғәмәлдең үҙ ваҡытында, мәлендә үтәлгәне яҡшы. Гөлнара ла әҙәби мөхиттә балҡып күренде лә тормоштоң ағышына, үҙ юлын, үҙ моңдарын эҙләп китте кеүек: кейәүгә сыҡты, әсә бул­ды. ”Та­мыр”ға матур-матур сцена­рий­ҙар яҙҙы. 2005 йылда күптән өҙөлөп көтөлгән “Ҡың­ғыраулы ғына яланда” шиғри йыйынтығын ҡу­лына алды. Гөлнәзирә ҡыҙына иш булып Сөләймән улы тыуҙы. Ҡатын-ҡыҙҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ эше менән ижади йөгөн дә тигеҙ тартты Гөлнара. Шулай булмаһа, балалар өсөн йөҙҙән ашыу шиғырына көй һалынмаҫ, шунсама тапшырыуы донъя күрмәҫ ине. Хәҙер ул “Башҡор­тостан ҡыҙы” журналына эшкә күскәс, уның ижады, яҙғандары менән йышыраҡ осрашырға тура килә. Мәҡәләләре күңелде тартып тора. Эҙләнеүҙәре, тын­ғы­һыҙ­лығы, ҡыҙыҡлы, көтөлмәгәнсәрәк һығымталар яһай белеүе менән улар уҡымлы.
Шиғриәтендә Гөлнара ябай ғына көндәлек әйберҙәрҙе йән һыҙланыуҙарын баҫыр образ итеп балҡыта, һутлы теле, ихласлығы менән алдыра. Һүҙҙәрҙе аҫылташтай уйната белә.
Гөлнараның шиғриәте тәрәнәйә генә бара. Лирика, кешеләр, донъя менән мөнәсәбәтен ул нығыраҡ һиҙҙертә. Илһөйәр, телһөйәр, ошо өлкәлә тынғыһыҙ көрәшсе-шағирә булып баҫа ул күҙ алдыбыҙға. Был да ҡыланыу түгел, был да уның асылы.

Хисем артыҡ ярһыу, аҡылым
да көслө,
Бер-береһен улар мәңге
еңмәҫ төҫлө.
Йөрөйөм уртала, уларға сәп
булып,
Ҡарышып, үҙем беләм тиеп,
шәп булып.
Хисем дауыл инде,
бәхәссеһе – диңгеҙ,
Була тиҙәр, булмай тиҙәр,
йәшәп һинһеҙ.
Дауыл диңгеҙҙәрҙе зыулап
пыр туҙҙыра,
Диңгеҙ һәлмәк, тәрәнлек
менән уҙҙыра.
Хисем дөрләй усаҡ һымаҡ,
аҡылым – һыу,
Миңә ҡала ике араларҙа
алйыу.
Улар шулай тиң килгәнгә
гелән-гелән,
Утта батып, һыуҙа янып
өйрәнелгән.
Бере – килеп ярһыу,
икенсеһе көслө,
Мәңге көндәш буласаҡтар –
үкенесле.
(“Улар һәр саҡ көндәш”).
Аҡыл менән хис көрәше хаҡында башҡорт шиғриәтендә Гөлнаранан алда ла бик күптән әйтелгән инде. Әммә уның шиғыры ла күңелгә им булып ята. Кешенең тынғыһыҙ булмышы, йәшәйеш фәлсәфәһе ха­ҡында уйландыра. Шуның өсөн дә был шиғырҙы тыныс ҡына уҡып үтеп булмай.
Һәр шиғырында Гөлнара беҙгә донъяны үҙенсә аса, үҙе тойғанды, үҙен борсоғанды тыныс ҡына аңғарта, албырғата, шунда инде ул ижадсының ҡәләменең ҡөҙрәте.
Әбйәлил ҡыҙы яулар үрҙәр алда әле ул. Бары уға иҫәнлек-һаулыҡ теләйем. Донъя бит ул күп ҡырлы. Аңланым, тиһәң дә, әле һаман өйрәнәһең, бик күп һынауҙар аша үткәреп рух сынығыуы алдырта. Гөлнара өсөн шиғриәт рухи таяныс та, йыуаныс та.
Гөлнара Хәлфетдинова шиғриәте республикабыҙ хөкүмәтенең мәртәбәле бүләгенә – Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ, тип иҫәпләйем. Алып ҡыуанырға яҙһын!

Гөлназ ҠОТОЕВА,
шағирә, филология фәндәре кандидаты, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр
премияһы лауреаты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға