«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Октябрь



27.09.2013 Октябрь

Байрамдар, иҫтәлекле көндәр
Октябрь
1 – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө.
– Халыҡ-ара музыка көнө.
4 – Рәсәй гражданлыҡ оборонаһы көнө.
– Бөтә донъя кейек-йәнлектәрҙе һаҡлау көнө.
5 – Уҡытыусылар көнө.
7 – Бөтә донъя торлаҡ көнө.
– Халыҡ-ара табиптар көнө.
– Бөтә донъя архитектура көнө.
9 – Бөтә донъя почта көнө.
11 – Башҡортостан Республикаһы көнө.
13 – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәт­кәр­ҙәре көнө.
14 – Ғәрәфә көнө.
15 – Ҡорбан байрамы.
20 – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
25 – Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө.
27 – Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө.
30 – Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
– Халыҡ-ара әҙәбиәтселәр көнө.

Юбилейҙар
1 – билдәле шағирә Миңлегөл ХИСАМОВАҒА – 65 йәш (1948).
2 – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таң ЕНИКЕЕВҠА – 65 йәш (1948).
3 – филология фәндәре докторы, профессор, әҙәбиәт белгесе Зиннур НУРҒӘЛИНҒА – 85 йәш (1928).
7 – филология фәндәре докторы, әҙәбиәт белгесе Миңлеғәли НӘҘЕРҒОЛОВҠА – 60 йәш (1953).
9 – Башҡортостандың халыҡ артисы, баянсы Николай ГОЛОВТЫҢ (Наил Ғә­лиев­тың) тыуыуына – 85 йыл (1928 – 2005).
– филология фәндәре докторы, профессор Юлай ПСӘНЧИНҒА – 50 йәш (1963).
10 – күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре Фәйзрахман ЗӘҒӘФУРАНОВТЫҢ тыуыуына – 100 йыл (1913 – 1975).
12 – Рәсәй Үҙәк диниә назаратының баш мөфтөйө Тәлғәт ТАЖЕТДИНҒА – 65 йәш (1948).
15 – шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Муса ҒӘ­ЛИҘЕҢ тыуыуына – 90 йыл (1923 – 2004).
19 – Башҡортостандың халыҡ рәссамы Александр БУРЗЯНЦЕВТЫҢ тыуыуына – 85 йыл (1928 – 1997).
– РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, “Йәншишмә” гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет ЮНЫСОВҠА – 50 йәш (1963).
23 – Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Ришат РӘХИМОВҠА – 60 йәш (1953).
25 – яҙыусы, һәләтле инженер-рационализатор Ғәбит САДИҠОВТЫҢ тыуыуына – 90 йыл (1923 – 2011).
29 – күренекле яҙыусы, журналист, шифалы үләндәр белгесе Рим ӘХМӘДОВ­ҠА – 80 йәш (1933).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға