«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҙур аҡылға эйә булыу



20.09.2013 Ҙур аҡылға эйә булыу

Бер заман йәш кеше аҡыл эйәһенә килә лә:
– Мине лә аҡыллы булырға өйрәт. Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк? – ти.
Аҡһаҡал бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Ә егет көн һайын тиерлек ошо һорауын ҡабатлап, аҡыл эйәһе артынан йөрөй.
Бер көндө аҡыл эйәһе егетте саҡырып ала ла, үҙе артынан эйәрергә ҡуша. Һәм уны ағып ятҡан йылғаға алып килә. Тәрәнгәрәк ингәс, егеттең елкәһенән тотоп ала ла, һыуға батыра. Теге бахырҙың ысҡынырға теләүенә иғтибар ҙа итмәйенсә, ошолай оҙаҡ ҡына тота. Ниһайәт, аҡһаҡал егетте ебәрә, теге бер аҙ хәл алып, һушын йыйғас:
– Әйт әле, улым, һыу аҫтында булған сағыңда ер йөҙөндәге нимәне иң ныҡ теләнең? – тип һорай.
– Һауа! Бары һауа ғына! – ти егет.
– Ул ваҡытта байлыҡ, рәхәтлек, ләззәт һәм буйһонмаусанлыҡ хаҡында уйламаныңмы ни? Ә, бәлки, уйың ҡатын-ҡыҙ мөхәббәте хаҡында булғандыр?
– Юҡ, юҡ, әфәндем, – ти егет, – мин тик һауа хаҡында, һауа һулау тураһында уйланым.
– Шулай итеп, – ти аҡһаҡал, – аҡыллы булыр өсөн, һин ныҡ итеп әле яңы ғына һауаны теләгән һымаҡ, Аллаға табынырға, тормоштоң башҡа бөтә нәмәләренән баш тартып, уға ышанырға тейешһең. Әгәр ҙә шулай эшләһәң, улым, мотлаҡ ҙур аҡылға эйә буласаҡһың.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға