«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тәрбиәсе-шағирә



13.09.2013 Тәрбиәсе-шағирә

Мәшһүр Мостай Кәрим әҫәрендә Оло инәйҙең: «Һин ғүмерең буйы балалыҡтан сығып бөтмәнең. Бәхетең дә, бәләң дә ошонда һинең», – тигән юлдары нәҡ Айһылыу апайға төбәп әйтелгән кеүек. Ул етенсе тиҫтәне ваҡлаһа ла, әле һаман балалыҡтан сыға алмай һымаҡ. Балаларса уйлай, уларса фекер йөрөтә һәм балалар өсөн (тик балалар өсөн генә!) яҙа. Минеңсә, уның уңыш нигеҙе тап ошонда. Маҡсатыңа мөкиббән китеп ынтылғанда ғына оло үрҙәр яулап булалыр ул. Башҡаса мөмкин түгел.
Айһылыу Йәғәфәрованың һәр һүҙе, һәр өнө кескәйҙәргә арнал­ған. Әҙибә ысын мәғәнәһендә балалар яҙыусыһы. Уның өлкәндәргә тип башланған әҫәре лә һиҙгер күңелгә тора-бара балалар өсөнгә әйләнә лә китә. Хатта «Килендәр» романы ла ниндәйҙер кимәлдә йәш быуын өсөн. Йәштәребеҙҙе – киләсәгебеҙҙе ил-ер һөйөүсән, атай-әсәйҙе ихтирам итеүсән, тарихыбыҙҙы онотмаусан булырға өндәп яҙылған. Быуындары нығынып өлгөрмәгән үҫмерҙәрҙе төрлө ауырлыҡтар, юғалтыу-мәхрүмлектәр, аҙаплы мәлдәр аша дәрәжәңде төшөрмәйенсә үтергә, илап-быҫҡып көн итмәҫкә, кешеләргә файҙалы булырға өйрәтә.
Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Башҡорт иленең гүзәл өстағаны – Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән райондарын шартлы рәүештә тоташтырып торған төбәктә – Әхмәт ауылында донъяға килгән. Шунда башланғыс, Ташбулатта урта белем усағын, Ишембай ҡалаһында тәрбиәселәр мәктәбен тамамлағас, райондың «Красная Башкирия» совхозында асылған балалар баҡсаһында хеҙмәт юлын башлай, йәғни тормошта үҙ урынын таба. БДУ-ның филология факультетын тамамлай. Тиҫтәләгән китап авторы. Бәләкәстәр өсөн тәғәйенләнгән тәүге шиғырҙар йыйынтығы «Муйынса» тип аталып, 1972 йылда баҫыла. Һирәк осраҡ – Айһылыу апайҙың эше уның һәләтенә, халәтенә тап килгән. Башҡаса булғанда, бәлки, ижады ла икенсе юҫыҡта йүнәлеш алыр ине, кем белә. Әйткәндәй, уның юғары уҡыу йортон тамамлағандағы диплом эше лә балалар әҙәбиәтенә арналған. Ижади тормошо алдан уҡ билдәләнгән булған, күрәһең.
Кескәйҙәргә ҡарата һөйөү, улар донъяһында йәшәү, яҙышыу әҙибә ижадының бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам сығанағы. Сөнки балалар хаҡында, уларҙың кисерештәре, алдан әйтеп булмаҫ уй-хистәре, хыялый фантазияһы тураһында яҙып та, һөйләп тә бөтөрлөк түгел. Сабыйҙар мөхите сикһеҙ-ҡырыйһыҙ, һанһыҙ асыш­тар­ҙан ғибәрәт. Йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, ул мөхит онотолмай, хәтерҙән дә юйылмай. Һағын­дырып, йөрәкте әрнетеп, рухты семетеп, ҡайсаҡ хатта үкендереп тә иҫкә төшә ул. Беҙ бер ҡасан да бала саҡ иленән айырыла алмайбыҙ. Ана шул үкенесле һағыштар, хәтирәләр килеп баҫҡан мәлдәрҙә Айһылыу Йәғәфәрованың әҫәрҙәрен уҡырға кәрәк. Алтын сағыңа әйләнеп ҡайтҡандай тойорһоң үҙеңде. Күңелгә еңеллек, өҙгөләнеп яфаланған йәнгә рәхәтлек йүгерер.
Мин үҙем Айһылыу апайҙы сәскәнән-сәскәгә ҡунып, шәрбәт йыйған талымһыҙ бөжәккә оҡшатам:
Сәскәнән-сәскәгә ҡунып,
Бал йыя
Бал ҡорто.
Эшсән булған өсөн тулған
Бал менән
Бал йорто.
Йортоң артабан да баллы әҫәр­ҙәр менән тулыланып торһон, әҙибә. Юбилейың менән!

Иҙрис НОҒОМАНОВ.
Әбйәлил районы,
Әхмәт ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға