«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Беҙҙе эш ҡауыштырҙы», – ти ирле-ҡатынлы милиционерҙар Гөлназ һәм Азат Рәхмәтуллиндар



09.11.2010 «Беҙҙе эш ҡауыштырҙы», – ти ирле-ҡатынлы милиционерҙар Гөлназ һәм Азат Рәхмәтуллиндар

«Беҙҙе  эш ҡауыштырҙы», – ти ирле-ҡатынлы милиционерҙар Гөлназ һәм Азат РәхмәтуллиндарБәхеттең асылы ниҙә? Һәр кем үҙенсә бәхетле, тиһәләр ҙә, был мәңгелек һорауға яуап, нисек кенә сәйер тойолмаһын, яп-ябай: тормош ауырлыҡтарын бергә еңерлек ғүмерлек юлдаш, яҡындарыңдың, үҙеңдең иҫән-һау һәм яратҡан эшең булыуындалыр... Һирәк кеше бының менән килешмәҫ.
Азат менән беҙ ауылдаш. Йәштәребеҙ ҙә бер самала. Бер ауылдан булһаҡ та, күптән күрешкәнебеҙ юҡ ине. Уның профессиональ байрамы – Милиция көнө уңайынан осраштыҡ. Үҙе генә түгел, кәләше Гөлназ да – милиция хеҙмәткәре. Йәштәр менән ҡорған һөйләшеү, әлбиттә, иң тәүҙә яратҡан эштәре, ғаилә тормошо, киләсәккә пландары хаҡында барҙы.
– Армиянан ҡайтҡас, эш табыу мәсьәләһе алға баҫты. Күп уйлап тормай, милицияға эшкә урынла­шыр­ға булдым. Шулай итеп, ЮХХДИ хеҙмәткәре булып киттем. Көн-төн тимәй, ниндәй көн торошо булыуға ҡарамай, юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү төп бурысыма әйләнде. Бөгөн иһә һаҡ аҫтында булыусыларҙы тәғәйенләнгән урынға йөрөтәм, ябайыраҡ әйткәндә, милиционер-водитель вазифаһын башҡарам, – тип һөйләп алды үҙ эше хаҡында Азат. – Хеҙмәтебеҙ ябай булмаһа ла, йәмғиәткә кәрәкле эш башҡарыуыбыҙҙы аңлайбыҙ һәм быға яуаплы ҡарайбыҙ.
Буласаҡ тормош иптәше менән дә егет эштә таныша. Үҙе һылыу һәм өлгөр йәш милиционер ҡыҙ менән тормош ҡороп ебәреүҙәренә инде биш йыл. Гөлназ иһә БДУ-ны тамамлағандан һуң Ишембай эске эштәр бүлегенә эшкә килә. Административ практика буйынса инспектор вазифаһын башҡара.
– Эшем асылда протоколдарҙы, енәйәт эштәрен теркәү, уларҙы тәғәйен урынға оҙатыу менән бәйле. Һөнәрем миңә бик оҡшай. Сөнки хоҡуҡ һағында тороу – мәртәбәле бурыс. Үҙ-үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ, дисциплина, яуаплылыҡ сифаттарын тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Икебеҙ ҙә бер өлкәлә эшләгәс, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ, – ти Гөлназ.
Йәштәрҙең мөхәббәт емеше булып улдары Данил үҫеп килә. Буш ваҡыттарында Рәхмәтуллиндар бергәләп кинотеатрға йөрөргә ярата. Ял итеү, күңел асыу урындарынан ҡалала башҡорт-төрөк аштары, балалар өсөн уйын майҙансығы менән популяр булған «Стамбул» кафеһы ла улар­ға үҙ. Йәш саҡ – дәртле саҡ. Тормоштоң һәр мәленән йәм табып йәшәй Азат менән Гөлназ. Булдыҡлы йәштәргә «Афарин!» тип әйтергә ҡала.
Гөлшат ХАЖИЕВА-НУРДӘҮЛӘТОВА.
Ишембай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға