«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡаланы биҙәүгә аҡса йәл түгел



16.08.2013 Ҡаланы биҙәүгә аҡса йәл түгел

Ҡала етәкселегенең ҡушыуы буйынса, Өфөнө төрлө яңы баннерҙар һәм плакаттар менән биҙәү өсөн ҡаҙнанан 10 миллион һум аҡса бүленәсәк. Был хаҡта ҡаланың коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы хәбәр итә.
В. Ленин исемендәге майҙанды, «Өфө-арена» боҙ һарайын, «Аҡбуҙат» ипподромын, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең мәҙәниәт һарайын һәм Ҡала мәҙәниәт һарайын биҙәү өсөн ‒ 5,8 млн, Затон һәм Дим биҫтәләренә ‒ 2,7 млн, С.Юлаев проспектына 1,2 млн һум аҡса сарыф ителәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға