«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ашлыҡ бураларға һалына башланы



26.07.2013 Ашлыҡ бураларға һалына башланы

Ашлыҡ бураларға һалына башланыРеспубликаның күп райондарында көҙгө уңышты йыйып алыу эштәре башланды. Урып йыйыуға тәү башлап Мәләүез районы уңғандары тотондо. Дүртөйлөләр ҙә был юҫыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Дөйөмләштереп алғанда, әле Башҡортостанда 50 мең гектар самаһы майҙанда ашлыҡ сабылған.
Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы биргән мәғлүмәттәр буйынса, 21 мең гектар самаһы майҙанда ашлыҡ һәм башҡа культуралар һуғып алынған. Алда барыу­сылар булараҡ, Мәләүез районында 5,6 мең тонна ашлыҡ йыйылған да инде. Әлеге көнгә республикала тупланған ашлыҡтың күләме 20 мең тоннанан ашты. Республика буйынса уртаса алғанда, быйыл ашлыҡтың уңышы гектар­ҙан 16,8 центнер тип билдәләнә. Әлбиттә, урып-һуғыу эштәре төрлө райондарҙа төрлөсә бара, уңыштың ҡеүәте лә төрлөсә. Мәҫәлән, Баймаҡ һәм Ейәнсура райондарында, уртаса алғанда, арыш уңышын бер гектарҙан 15 центнер самаһы тип билдәләйҙәр. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа гектар ҡеүәте юғарыраҡ.

Шул уҡ ваҡытта мал аҙығы әҙерләү эштәре тамамланмаған әле. Был эште бигерәк яй алып барған хужалыҡтар дөйөм күрһәткесте тотҡарлап ҡына ҡалмай, хужалыҡтарында аҫралған мал­дар­ҙы насар сифатлы аҙыҡ ашау хәленә төшөрә. Бесән әҙерләү кампанияһын тулыһынса һәм уңышлы тамамлаған райондар ҙа бар. Мәҫәлән, Әлшәй, Баҡалы, Благовещен, Ғафури, Дәүләкән райондары сенаж әҙерләү буйынса ла алда бара, ундағы хужалыҡтар мал аҙығын планлаштырылғандан артығыраҡ та һалып ҡуйған.

Т. АМАНОВ.
Ә. ӘМИРОВА фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға