«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » 17358 сабыйҙың ата-әсәһенә – афарин!



31.05.2013 17358 сабыйҙың ата-әсәһенә – афарин!

2013 йылдың дүрт айында Башҡортостанда 17358 бала – 8905 малай һәм 8453 ҡыҙ донъяға килгән. 176 ғаиләлә игеҙәк балалар тыуған.
Билдәле булыуынса, республикала бала та­быу­сыларҙың уртаса йәше – 28. Яңы тыуған са­бый­ҙарҙың уртаса ауырлығы – 3,34 кг, буйы 52,04 см тәшкил итә. Тағы бер һан – бала табыу сертификаттары менән 17182 ҡатын файҙаланған.
Тыуым күрһәткестәре буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғы позицияны биләй, Рәсәй буйынса иһә бишенсе урында тора.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға